18.09.2019 Буйҙы үҙгәртеп буламы?
Ҡыҫҡа буйлылар оҙондарға ҡарап ҡыҙыға, буйға оҙондар иһә башҡаларҙан бер башҡа ҙур булыуынан ҡыйынһына. Эйе, һәр кемгә үҙенең кәүҙәһендә нимәлер оҡшап етмәй кеүек.
Көслө зат вәкилдәре генә бәләкәй булыуына ҡыйынһынамы тиһәк, ҡыҙҙар ҙа оҙонораҡ булырға хыяллана икән. Өҫтәүенә, элегерәк бәләкәй буйлы ҡыҙҙар ыҡсым да, матур ҙа күренһә, хәҙер оҙон аяҡлылар модала. Әлбиттә, һәр кемдең үҙ матурлығы, әммә быны баһалау һәләте олоғайғас ҡына килә.
Ҡыҫҡа буйлы ҡыҙҙар файҙаһына бик күп миҫал килтерергә мөмкин. Улар, ғәҙәттә, ир-егеттәрҙә һаҡлау, яҡлау тойғоһо уята. Өҫтәүенә, бәләкәй буйлы һылыуҙарға пар табыуы ла еңелерәк. Өлкән йәштә лә үҙ-үҙен ҡарап йөрөһә, ундайҙар һәр саҡ йәш күренә.
Әйткәндәй, 16 йәштә буйға бәләкәй булыу әле бер нәмә лә аңлатмай. Сөнки 20 йәшкә тиклем үҫеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, нәҫелдән килгәнгә күрә, кәүҙә оҙонлоғон үҙгәртеп булмай, тигән фекер ҙә дөрөҫ түгел. Кешенең буйға үҫмәүенең төп сәбәбе гормондар системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле булыуы иҫбатланған. Кешегә нәҫел буйынса сантиметрҙар түгел, ә үҫеш өсөн яуап биреүсе эске секреция биҙҙәрендәге дисбаланс бирелә. Йәғни бәләкәй буй – гормондар боҙолоуы. Уны иһә үҙгәртеп, төҙәтеп була. Бының менән енси өлгөргәнлеккә тиклем шөғөлләнеү яҡшыраҡ. Һуңлаһаң, һөҙөмтәгә ирешеүе ҡыйыныраҡ. Тәжрибәле эндокринолог дарыуҙар менән дауалауҙың иң ҡулай ысулын тәҡдим итә ала. Бында үҙаллы дауаланыу мөмкин түгел, сөнки ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенә юғары профессионал ғына “тығыла” ала.
Һөйәктәрҙе үҫтереү буйынса операциялар ҙа эшләнә. Әммә улар бер яҡтан ҡыйбатлы булһа, икенсенән, көслө ауыртыныу тыуҙыра. Шуға күрә операция эшләтер алдынан Генрих Гейненың “Мин белгән берҙән-бер матурлыҡ – ул сәләмәтлек” тигән һүҙҙәрен онотмағыҙ. Һәм тағы ла бер аҡыллы фекер – “Иң яҡшы операция – эшләнмәгәне”. Шуға күрә операция эшләтер алдынан мең тапҡыр уйлағыҙ: кәрәкме ул һеҙгә, юҡмы?
Күнегеүҙәр ярҙамында буйҙы үҫтереү – һәр кемдең ҡулынан килгән һәм хәүефһеҙ ысул. Тренажерҙарҙа, турниктарҙа, гимнастика снарядтарында махсус күнекмәләр уйлап табылған. Айырыуса был ысулдар 20 йәшкә тиклем һөҙөмтәле, әммә олораҡ йәштә лә эшләргә мөмкин.