«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Күҙҙәр өсөн академик Филатовтың тылсымлы дауаһы



12.09.2019 Күҙҙәр өсөн академик Филатовтың тылсымлы дауаһы

100 г алоэ һуты, 500 г ваҡланған әстерхан сәтләүеге, 300 г бал һәм 3 – 4 лимон һутын бергә ҡушып бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр балғалаҡ ашарға.

Әйткәндәй, был дарыу күҙҙәр өсөн генә түгел, тотош организм өсөн дә файҙалы. Тик алоэ 2 – 3 йыллыҡ булырға тейеш, йәш гөл бармай.

Гөлдөң уртаса ҙурлыҡтағы һәм иң ҙур япраҡтарын ҡырҡып алып, уны ҡайнаған һыу менән йыуырға, ситендәге сәнскеләрен алып, ваҡ ҡына киҫәктәргә тураҡларға һәм, иҙеп, бер нисә ҡат марля аша һутын һығырға.

Академик Филатов өҙөп алынған япраҡтарҙы тәүҙә 10 – 12 көн һыуытҡыста тоторға кәңәш итә. Шунан һуң ғына уларҙы йыуып, алда әйтелгәнсә һутын һығырға.

Әҙер һутты артыҡ оҙаҡ ҡулланырға ла ярамай, сөнки ашҡаҙандың лайлалы ҡатламын ялҡынһындырыуы бар.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға