«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!



07.09.2019 Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

Аяҡтағы ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе күп кенә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.

Беренсенән, күгәреп, ҡабарып торған тамырҙар бер ҙә матур түгел, икенсенән, һыҙлап, ауыртып тең­кәгә тейә. Әлбиттә, уны дауалау өсөн гелдәр, кремдар тәҡдим ителә. Әммә уларҙың да файҙаһы оҙаҡҡа түгел. Ә ураған һайын һатып алырға хаҡы ҡыйбат ҡына. Бәлки, халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысул­дарҙы ҡулланып ҡарарғалыр. Мәҫә­лән, ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе ауыртҡан урынға ябып, полиэтилен менән уратып, нығытып бәйләп ҡуйырға мөмкин. Иң яҡшыһы – уны төнгөлөккә ябыу.

Тағы ла бер дауалау ысулы бар. Уның өсөн 200 мл зәйтүн майы, 100 г балауыҙ, 100 г ылыҫлы ағас сайыры (ҡарағай, шыршы, кедр һ.б.) алырға. Сайыр ҡоро булһа, уны он хәленә килгәнсе онтарға. Барыһын бергә кәстрүлгә һалып, 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан ике ҡалаҡ бал өҫтәп, 10 минут болғата-болғата бешерергә. Тағы 1 – 2 г прополис өҫтәп, 10 минут ҡайнатырға. Туҡтауһыҙ болғатып торорға онотмағыҙ.

Уттан алғас, һыуытырға һәм, быяла банкаға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Ошо май менән аяҡтың тамырҙары бүртеп торған урындарын яҡшы итеп ыуырға. Зәйтүн майы булмаһа, уны сусҡаның эс майы йәки яңы ғына бешелгән һәм тоҙланмаған һыйыр майы менән алмаштырырға мөмкин.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға