25.08.2019 Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур
Баҡсала йәшелсә-емештәр өлгөрҙө. Уларҙың әле иң тәмле һәм файҙалы сағы. Организмды витаминдар һәм минераль матдәләр менән байытып ҡалырға ашығайыҡ. Ҡыяр ҡарап тороуға ябай ғына йәшелсә. Әммә уның да организмға файҙаһы етерлек.
Ҡыярҙың тыуған иле – Һиндостан. Был үҫемлектең ҡырағай төрө бынан алты мең йыл элек тирәһе үк индустарға билдәле булған. Ул әле лә дымлы һәм еүеш климатта ағас олондарын уратып үҫә. Ҡыярҙы борон-борондан күп илдә үҫтергәндәр һәм юғары баһалағандар. Грецияла Сикион тигән ҡала булған, йәғни «ҡыярҙар ҡалаһы». Рәсәйгә иһә был йәшелсә Византиянан килгән. Был хаҡта уның атамаһы һөйләй. «Агурос», грек теленән тәржемә иткәндә, «бешмәгән, өлгөрмәгән» тигәнде аңлата. Шуға ла уны бешер-бешмәҫ ашайҙар. Үтә ныҡ өлгөргәндәре һарғайып, тәмһеҙләнә башлай.
Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡыярҙы тоҙлай башлайҙар. Бигерәк тә Суздаль һәм Новгород өлкәләре үҙҙәренең тоҙло ҡыярҙары менән дан ала. Суздалдә йыл һайын Ҡыяр көнө билдәләнә. Был көндә уның данлыҡлы ҡыярын ауыҙ итеү өсөн төрлө илдән ҡунаҡтар йыйыла.
Ҡыяр тулыһынса тиерлек һыуҙан торғанлыҡтан (95 – 97 процент), энергетик ҡиммәте күп түгел, 100 грамға 30 ккал тура килә. Шуға күрә уны артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интегеүселәргә тәҡдим итәләр. Ваҡыт үтеү менән был йәшелсәлә калий, натрий, магний, тимер, кремний, фосфор, көкөрт, баҡыр, йод кеүек минераль матдәләр булыуы асыҡлана. Баҡыр, мәҫәлән, нервы системаһы эшмәкәрлеге, мускулдар тонусын һаҡлау, ҡан әйләнеше өсөн бик тә файҙалы. Организмға ул етмәгәндә баланың аҡыл үҫеше тотҡарлана.
Ҡыярҙа шулай уҡ С витамины, каротин, тиамин, рибофлавин, фолий һәм пантотен кислоталары бар.
Тоҙло ҡыярҙы тәме өсөн күптәр ярата, ул ашаған аҙыҡтағы аҡһымдарҙы һәм майҙарҙы үҙләштерергә лә булышлыҡ итә.
Яңы өҙөлгән йәшелсәлә майҙарҙың әҙ һәм күҙәнәклектең күп булыуы эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта. Был иһә айырыуса эсе ҡатып интегеүселәр өсөн мөһим. Бынан тыш, күҙәнәклек эсәктәге ҡайһы бер зарарлы матдәләрҙе йота һәм ундағы сереү процесын кәметеп, микрофлораһын яҡшырта. Бер үк ваҡытта ул организмдан холестеринды ла өлөшләтә сығара һәм ниндәйҙер кимәлдә атеросклероздың үҫеүенә юл ҡуймай.
Яңы өлгөргән ҡыяр бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, ашҡаҙандың әселеген кәметә. Шуға күрә лә шәкәр диабеты менән һимереүҙән, полиартриттан, бөйөр ауырыуҙарынан ҡыяр диетаһының файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, быуындар ауыртҡанда һәм үксә тибенгеһенән (шпоры) биш тәүлек дауамында ас ҡарынға 300 г яңы өҙөлгән ҡыяр ашарға тәҡдим итәләр. Аҙаҡ биш көн ял итергә һәм дауалау курсын тағы ҡабатларға. Шул рәүешле барлығы 4 – 5 курс үткәрергә.
Ғөмүмән, ҡыяр диетаһы бик тә файҙалы. Уны аҙнаһына бер тапҡыр үткәреп торорға кәңәш ителә. Иң яҡшыһы шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре. Был осраҡта көн буйы тик ҡыяр ғына ашарға кәрәк (1,5 – 2 кг). Бындай диета организмдан токсиндарҙы, артыҡ һыуҙы, тоҙҙарҙы сығарырға булышлыҡ итә.