«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Быуын сәскә (цикорий)



18.08.2019 Быуын сәскә (цикорий)

Борон ата-бабаларыбыҙ дауалау сараһы булараҡ быуын сәскәне киң файҙаланған. Легендаларҙа һөй­лә­неле­үенсә, быуын сәскәнең тамыры тылсымлы көскә эйә. Әбүғәлисина уны ашҡаҙан-эсәк трактын, күҙ ауырыу­ҙарын һәм подаграны дауалау өсөн тәҡдим иткән. Мысырҙа был шифалы үҫемлекте саяндар һәм тарантулдар сағыуына ҡаршы ҡуллан­ғандар. Рә­сәйҙә иһә уны кәләшкә бирнә итеп биргәндәр, сөнки, боронғоларҙың ышаныуы буйынса, боҙомдан һәм күҙ тейеүҙән һаҡлай.

Быуын сәскә шулай уҡ бауырҙы, талаҡты дауалауҙа, аппетитты кү­тәреү, аш эшкәртеүҙе яҡшыртыу өсөн файҙаланыла. Уның составында В төркөмө витаминдары һәм аскорбин кислотаһы бар. Шунлыҡтан иммунитетты яҡшырта һәм стрестарға ҡаршы торорға ярҙам итә.
Уның тамыры ҙур көскә эйә. Инулинға, витаминдарға, калийға һәм үҫемлек шәкәренә бай. Уны ҡаҙып алып, йыуып, турап киптерәләр.

- Гипертонияны иҫкәртеү өсөн ир­тәнсәк бал һәм лимон ҡушып, быуын сәскә эсемлеге эсергә кәңәш итәләр.
- Талаҡ ауыртҡанда бер стакан ҡайнар һыуға 20 г ваҡланған тамырын һалып бешерергә һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
- Бауыр ауырыуҙарынан ике ҡалаҡ үҫемлек онтағына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп ҡайнатырға һәм ике ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ емеш һеркәһе ҡушырға. Төнәтмәне эҫе килеш көн буйы эсергә.
- Үпкә ауырыуҙарынан, бронхит менән ларингитты иҫкәртеү өсөн быуын сәскә тамыры менән арыҫлан ҡойроғо япрағынан төнәтмә әҙерләнә. Икәүһен дә бер үк күләмдә алып, өс ҡалаҡ ҡатнашмаға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бешерергә. Был төнәтмәне мунса ингәндә эсеү яҡшы.
- Аритмиянан бер ҡалаҡ ваҡланған тамырға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм бер-ике сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алып, бер балғалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.
- Һимереүҙән көнөнә өс-дүрт тап­ҡыр ашар алдынан ярты стакан быуын сәскә төнәтмәһе (бер ҡалаҡ ваҡланған тамырына – 0,5 л ҡайнар һыу) эсергә.
- Экзема, шеш һәм оҙаҡ бөтәш­мәгән яраларҙы спиртлы төнәтмәһе йә та­мырының һыуҙа ҡайнатып әҙер­ләнгән төнәтмәһе менән эшкәртергә.

ҡәһүә
Эстония менән Германияла быуын сәскә менән ҡәһүә иң яратҡан эсемлек иҫәпләнә. Уны әҙерләү өсөн бер балғалаҡ ҡәһүә, 2 г быуын сәскә, 40 г һөт өҫтө, 20 г шәкәр, 10 г шәкәр онтағы алына. Ҡәһүә менән быуын сәскәгә ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ төнәтергә. Һөт өҫтө менән шәкәрҙе ҡабарып сыҡҡансы туҡырға. Ҡәһүәне сынаяҡ­тарға һөҙөп ҡойорға, өҫтөнә күбеген һалырға һәм шәкәр онтағы һибергә.

Быуын сәскә менән әҙерләнгән сәй
Бер ҡалаҡ тамырына 1/4 стакан һал­ҡын һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға. 2 – 3 минут ҡайнағас, бал ҡушып эсергә.

Туҡлыҡлы эсемлек

Бер стакан ҡайнар һөткә 1/3 ҡалаҡ быуын сәскә һәм ике балғалаҡ бал һалырға һәм бер аҙ торғас, эсергә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға