«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Панарицийҙан бармы панацея?



20.08.2019 Панарицийҙан бармы панацея?

Өфө районынан Рәйлә Дауытова хәбәр итә:

Үкенескә күрә, юҡ. Бына бер көндө шайтан тырнағын (заусеницаны) йолҡоп ырғытыуым булды, иртәгәһенә шул тырнаҡ тирәләй бармаҡ ҡыҙарып, шешеп тә сыҡты. Эрене ҡайҙалыр төптә ине... Кискә табан баҡса эшен ситкә ҡуйып, һулҡылдап һыҙлаған бармаҡты түшкә ҡыҫып, өйҙәге аптечкала аҡтарындым. Ни левомеколь, ни ихтиол майы, ни Вишневский майы юҡ. Кәрәкмәгәндә бар инеләр. Хатта тетрациклин майы ла ятмай. Аптырағандың көнөнән интернеттан башҡаларҙың панарицийҙы нисек өй шарттарында дауалағанын уҡыным. Тәк, дегет кәрәк, тигәндәр – уныһы юҡ. Уның ҡарауы, йод, алоэ һәм тоҙ менән сода бар! Бөтәһен бер юлы һынап ҡарарға булдым. Иң тәүҙә эҫелегенә түҙерлек бер стакан һыуға икешәр ҡалаҡ тоҙ менән сода һалып болғатып, бармаҡты шунда ярты сәғәттәй тығып ултырҙым. Унан һуң шешкә мул итеп йод һөрттөм. Тоҙ менән соданы йәлләмәгәндә, йодты йәлләү юҡ инде, бармаҡһыҙ ҡалғы килмәй. Шунан бер киҫәк алоэ япрағын уртаға ярып, бармаҡҡа ҡапланым да, өҫтөнә пленка бәйләп, бинт менән нығытып, йоҡларға яттым. Һәм ғәжәп хәл – шеш ҡайтып, бармаҡтың һулҡылдауы баҫылғайны. Шулай ҙа панариций кире ҡайтып ҡуймаһын өсөн тағы ла көндөҙ һәм кискә тоҙло-содалы һыуға бармаҡты тығып ултырып, аҙаҡ йод менән буяп, йоҡлар алдынан алоэ бәйләнем.

Тик был тырнаҡ тирәләй панарицийҙан ғына дауа, эрен һөйәктәргә үтә күрмәһен. Әлеге ысулды ҡулланғандан һуң шеш ҡайтмаһа, тән температураһы күтәрелеп, лимфа биҙҙәре шешкәндәй тойолһа, дауаханаға мөрәжәғәт итмәй булмай.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға