«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Боланут (иван-чай, кипрей)



11.08.2019 Боланут (иван-чай, кипрей)

Болануттан әҙерләнгән сәй иммунитетты яҡшырта, юғары ҡан баҫымын төшөрә. Ул С витаминына, аҡһымға бай, организм өсөн кәрәкле элементтар, тимер, натрий, магний, марганец, баҡыр бар.

Был үҫемлекте дөрөҫ киптерергә лә кәрәк.

Түбәндәге бер нисә ысул менән әҙерләһәгеҙ, хуш еҫле сәй килеп сығыр.
- Япраҡтарын һыпырып, банкаға тыңҡыслап тултырырға. Ҡапҡасын ябып, ике көнгә ҡараңғы урынға ултыртырға. Һуңынан эҫе мейестә киптерергә.
- Үҫемлекте ит үткәргес аша сығарып, полиэтилен ҡап­сыҡта ике көн бәҫәртергә. Шунан йәйеп, күләгәлә киптерергә.
- Ит үткәргес аша үткә­релгән массаны кәстрүлгә тултырып, өҫтөнә кәстрүлдең ҡап­ҡа­сынан бәләкәйерәк ҡапҡас ябып, баҫтырып ҡуйырға. Бер тәүлектән һуң алып, елләп торған урында киптерергә.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға