«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Организмды таҙартыу өсөн диета



27.07.2019 Организмды таҙартыу өсөн диета

Билдәле булыуынса, бик күп ауырыу эске ағзаларға төрлө тоҙ, шлак ултырыуҙан барлыҡҡа килә. Америка табиптары организмды таҙартыу өсөн бер көнлөк диета тәҡдим итә. Әммә уны дөрөҫ үтәгәндә, ошо бер генә көндә лә организм үҙенә кәрәкле барлыҡ витамин, аҡһым-углевод, аминокислотаны аласаҡ. Иң мөһиме – диетаның ваҡытын дөрөҫ үтәү.

Был диета өсөн икмәк сәйе әҙерләп алырға тура килер. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 200 г арыш икмәген киҫкеләп, бер литр ҡайнар һыуға һалып ҡуйырға һәм 8 – 10 сәғәт тотҡандан һуң һөҙөп алырға.

Иртән иртүк уяныу менән бер-ике сынаяҡ йәшел сәй эсергә.

8.00 – бер сынаяҡ икмәк сәйе һәм алма.
9.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйенә ярты сынаяҡ виноград һуты ҡушып эсергә һәм 100 г виноград йәки 50 г йөҙөм ашарға.
10.00 – 2 сынаяҡ йәшел сәй.
11.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйенә ярты сынаяҡ кишер һуты ҡушып эсергә һәм бер алма ашап ҡуйырға.
12.00 – бер сынаяҡ виноград һуты һәм 100 г виноград йәки 50 г йөҙөм.
15.00 – 2 сынаяҡ йәшел сәй.
16.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйе һәм ярты сынаяҡ кишер һуты.
17.00 – бер стакан минераль һыу.
18.00 – 2 – 3 татлы борос.
19.00 – ярты сынаяҡ икмәк сәйе һәм ярты сынаяҡ алма йәки груша һуты.
Төнгөлөккә – бер сынаяҡ йәшел сәй.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға