«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Әсә иң тәүҙә балалары хаҡында уйларға тейеш



22.07.2019 Әсә иң тәүҙә балалары хаҡында уйларға тейеш

Беҙҙең Башҡортостанды Луиза бөтә донъяға яңғыратты. Һеҙҙең мө­нәсә­бә­тегеҙ? Шәхсән түгел инде, психологтар нисегерәк ҡарай был хәлгә? Хуплаймы? Һеҙ гел әйтәһегеҙ бит: “Психологтар кешегә билдә ҡуймай, йәғни “безоценочное отношение”, – тип. Ошондай резонанс ситуа­цияға ла баһа бирә алмайһығыҙмы?
Нур.


Ошо урында йылмайлик ҡуйыр инем. Социумда йәшәгәс, унда булған хәлдәрҙән ситләшеп булмай. Әлбиттә, тап ошо ситуацияның миңә бер ҡағылышы ла юҡ. Әгәр эшем талап итмәһә, ул турала белмәҫ тә инем. Бер нисә йыл инде яңылыҡтарҙан азатмын. Әйтергә кәрәк, күңел тыныслығын һаҡларға тырышҡан кеше уларҙы күҙәтмәй. Һәр хәлдә мине уратып алған кешеләрҙең күбеһе шулай йәшәй.
Кеше күңеле – ҡара урман. Аныҡ был хәлгә психологик яҡтан ҡарағанда. Уларҙы белгән кешеләр, яҡшы хеҙмәткәрҙәр, эшлекле һәм тырыш ғаилә, тип баһалай. Күршеләре, туғандары был хәлгә ыша­нырға теләмәй. Тәү ҡарамаҡҡа ялтырап торған ғаиләнең беҙ белмәгән (белергә лә яҙмаһын) проблемалары булған.

Сирен йәшергән – үлгән. Асыҡланы­уын­са, ысынмы-бушмы, ире ҡомарлы уйындар “ҡорбаны” булған. Ҡорбан һүҙен тырнаҡ эсенә алыуымдың сәбәбе – киң мәғлүмәт сараларынан килгән күп кенә информация халыҡҡа боҙоп еткерелә, шуға шикләнәм. Шулай ҙа, әгәр ҙә быны ысынбарлыҡҡа алған хәлдә лә, гемблинг психотерапевтар тарафынан уңышлы реабилитациялана. Оло һәм аҡыллы ир йәиһә уның ҡатыны ошо бәйлелекте (зависимость) күреп белгәс, ни өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итмәгәндәр? Һәм, ирҙең һүҙенә ышанһаҡ, ҡатыны уны ҡотҡарыу маҡса­тында ошо аҙымға бара.

Әсә күңеле – балала.
Ҡатын-ҡыҙ – иң беренсе нәүбәттә әсәй. Шунан ғына ир ҡатыны. Ризаһығыҙмы? Үҙгәрешһеҙ килгән бер тәғлимәт: йәшәйеш башланғандан алып әсә кеше балаһын ҡайғыртҡан, яҡла­ған һәм һаҡлаған. Ул бала­ҡайҙарын булған һәм буласаҡ ғазаптарҙан араларға тырыша. Төрлө хәүеф-хәтәрҙән, аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡлап, үҙебеҙ ҙә ҡырын аҙым яһамаҫҡа тырышабыҙ, шулаймы? Беҙ, әсәйҙәр, балаларыбыҙҙы беҙһеҙ ҡалды­рыуҙан ҡурҡабыҙ. Был – инстинкт. Һәм үҙ теләгебеҙ менән уларҙы бәләгә дусар итер өсөн... Бының сәбәп­тәре бар, һис шикһеҙ.

Ир ҡайғыһы – итәктә... Киң мәғлүмәт сараларына, шулай уҡ ирҙең һүҙҙәренә иғтибар итһәк, улай түгел икән шул. Йәғни әсә кеше (ошо урында декабристарҙың ҡатындары иҫкә төшә, улар бер ни урламаһа ла) ирен ҡотҡарыу өсөн ошондай аҙымға бара. Мөхәббәт? Яңғыҙ ҡалыу ҡурҡынысы? Балаларҙы атайһыҙ ҡалдыр­мау? Киләсәктән ҡурҡыу? Һәм башҡа һорауҙарға Луиза ханым тик үҙе генә яуап бирә ала. Һәр хәлдә психик яҡтан һау-сәләмәт ҡатын, ике бала әсәһе, ирен нисек кенә ныҡ яратмаһын, был аҙымдан балалары хаҡына баш тартыр ине. Киреһенсә лә була икән.

Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың эйәреп йөрөй. Ололар был “йөк” менән йәшәргә өйрәнер. Ир кеше хатта, үҙен йәлләтеп, ситуацияны үҙ яғына ауҙармаҡсы. Ә бына ата-әсәһенең, енәйәт ҡылып, яуап­лылыҡҡа тарттырылыуы балаларҙың киләсәгенә ныҡ тәьҫир итәсәк. Йәл, мин бында балаларын ҡайғыртҡан атайҙы күрмәнем.

Тән яраһы төҙәлер... Шулай уҡ ҡасып-боҫоп йөрөү, ата-әсәнең һөйлә­шеүҙәрен ишетеү психологик йәрәхәтһеҙ үтмәй. Полицияла уларҙан һорау алыуҙар, опека органдарында һөйләшеүҙәр еңел түгел. Әсәйһеҙ һәм атайһыҙ тороп ҡалыу ваҡытлыса булһа ла, ҡартаталарының (күрше-тирә, яҡындарҙың, белгән-бел­мәгәндәрҙең) борсолоуҙары-ҡыҙыҡ­һы­ныуҙары уларҙың күңелендә тәрән яра ҡалдырасаҡ. Бәләкәстәрҙең ҡурҡып баҡ­ҡан ҡараштарын тойғандай булам...

Гонаһына күрә – язаһы. Яза ҡаты бул­маҡсы. Матбуғат был турала күп яҙа, төрлө фараздар килтерә. Ҡанунға ярашлы, был енәйәт өсөн оҙаҡ ваҡытҡа төрмәгә ултыртыу күҙаллана. Ҡатындың бәлиғ булмаған ике балаһы барлығы, эштән һәм йәшәгән урынынан яҡшы характеристикалар, ҡыл­ған эше өсөн үкенеүе – быларҙың бөтәһе лә язаны йомшарта торған факторҙар. Әлбиттә, адвокат та үҙ бурысын үтәйәсәк.

Беҙ ниндәй – йәмғиәт тә шундай. Күп­тәрҙең ҡатынды яҡлап сығыуы йәмғиә­тебеҙҙең сирле икәнен күрһәтә. Тимәк, күп кеше, уңайлы форсат булһа, уғры­лыҡтан баш тартмаҫ ине!

Психологтың бурысы кемделер аҡлап йәки яманлап ултырыу түгел. Төрлө хәлдәргә бәйле булған кире күңел кисе­рештәренән арындырыу, аҙашҡан­дарға тура юл табырға ярҙам итеү, ҡолағандарҙы аяҡҡа баҫтырыу, юғалтҡан “үҙең”де табыу, бәлә-ҡаза, юғалтыуҙарҙы минималь күңел йәрәхәттәре менән үткәрергә ярҙам итеү – ошоға ҡоролған беҙҙең аралашыу. Һәм беҙҙең ярҙам кешенең социаль статусына бәйле түгел. Сөнки яңылышмаҫ әҙәм булмаҫ.





Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға