«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу



21.07.2019 Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

1. Бер ҡалаҡ таҙартылған һолоға ярты литр һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Әгәр ҙә ҡан баҫымығыҙ күтәрелә икән, бер ҡалаҡ арпа ярмаһы (перловка) ҡушырға. Иртәнсәк шуны ҡапҡасын япмайынса ғына ике минут ҡыҙыу утта ҡайнатырға, һуңынан биш минут талғын утта ҡапҡас ябып быҡтырып, артабан 10 минутҡа таҫтамал ябып, өҫтәлгә ҡуйып торорға. Һөҙөп алып өс көн дауамында ашар алдынан эсергә.

2. Йәиһә бер стакан һолоно таҙартып, йыуып, бер литр ҡайнар һыу ҡушып, төнгөлөккә термоста ҡалдырырға. Иртәнсәк һөҙөп алып, ас ҡарынға эсергә. Төнәтмәне иртәгәһе көнгә ҡалдырырға ярамай, әсей. Дауаланыу курсы – ун көн.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға