«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йүкә сәскәһе шифалы



12.07.2019 Йүкә сәскәһе шифалы


Йүкә июль башында сәскә ата. Ул кешеләрҙе үҙенең матурлығы менән генә һөйөндөрмәй, ә шифалы булыуы менән дә сихәтләндерә.
Йүкә сәскәһен эҫе көндәрҙә йәки көн уртаһында, яңы ай тыуған ваҡытта, күпселек сәскәләре асылғандан һуң йыйыу яҡшы. Ямғырҙан һуң йыйһаң, файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Йыйып алған сеймалды еләҫ, ҡояш төшмәгән урында киптереү мөһим.
Йүкә сәскәһен халыҡ медицинаһында төнәтмә итеп йәки ҡайнатып ҡулланалар. Был эсемлек нервы системаһын тынысландыра, организмда бәүел һәм үт, тир бүленеүен көсәйтә, температураны төшөрә, ауыртыныуҙы баҫа, тамаҡты йомшарта, микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә, антисептик үҙенсәлеккә эйә. Шулай уҡ спазмдарҙы бөтөрә, ҡан баҫымын төшөрә.
Уның төнәтмәһен һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. Ревматизм, геморроидаль төйөндәр ваҡытында, тәнде бешергәндә, төрлө шештәр яфалағанда һөҙөлмәгән төнәтмәне йылы килеш эсәләр. Бит тиреһен йомшартыу өсөн төнәтмә менән һыуҙы 1:20 нисбәтендә шыйыҡлатып ҡулланырға кәрәк. Ашҡаҙан, бауыр, бөйөр, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында 3 аш ҡалағы йүкә сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы кәстрүлгә ултыртып, 15 минут утта йылытып, һөҙөп алғас, һыуытып ҡулланалар. Шулай уҡ 3 – 4 аш ҡалағы сеймал өҫтөнә 400 мл һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатып, һарҡындыһын файҙаланырға мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Зөһрә Йәһүҙина.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға