«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ысын мөхәббәт ғәйбәткә ҡарамай



15.07.2019 Ысын мөхәббәт ғәйбәткә ҡарамай

Миңә 25 йәш, быйыл юғары уҡыу йортон тамамланым. Бер йыл инде бер егет менән йөрөйөм. Ул – район үҙәге, йәғни ҡала егете. Хәлле генә ғаиләнән. Ата-әсәһенең бер бөртөк улы, әле генә хеҙмәт итеп ҡайтты. Ата-әсәһе лә, егетем дә шул тиклем бөтмөр. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, улар өсәүләшеп башлыса еге­темдең атаһының ауы­лындағы йорттарында күп­ләп ҡош-ҡорт, мал тота, һатыуға емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Үҙҙәре өлгөрмәгәндә ярҙамсылары эшләй, уларға аҡса түләп торалар. Өсөһөндә – өс сит ил машинаһы! Егетемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, улар таң менән тора, һуң ғына ята.

Йыш күрешәбеҙ, әммә ул гел бер-ике сәғәткә генә килә. Ваҡытым етмәй, уныһына өлгөрмәйем, быныһын алып килергә, тегендә барырға кәрәк, тип аҡлана. Унан ҡалһа, йә атаһы, йә әсәһе шылтыратып ҡабаландыра, ҡаңғырта башлай. Яҡындары ниндәйҙер йомош ҡушһа, егетем өсөн уларҙың һүҙе закон. Һөйләр һүҙен әйтеп тә бөтмәй, елдереп ҡайтып та китә. Үҙе, беҙ яҙын-йәйен-көҙөн ошондай ритмда эшләйбеҙ, ә декабрь-февраль тынысыраҡ була, ти... Ҡайһы ваҡыт көлә, өйрәнә тор, алда һине лә ошондай тормош көтә, тип... Бер йыл эсендә, дөрөҫөн әйтәм, егетемдең ҡуна ҡалғаны ла юҡ... Тағы ла – мин унан дүрт йәшкә оломон. Һәм ғаиләм уларҙыҡынан ныҡ айырыла! Беҙҙә дүрт бала, иң өлкәне – мин. Уларҙың «фазенда»һынан үтә алыҫ булмаған ауылда йәшәйбеҙ. Ата-әсәйемә эш юҡ, баҡса тоталар, мал-тыуар көтәләр, тик тормошобоҙ уларҙыҡы һымаҡ түгел, машинабыҙ ҙа әллә ҡасанғы «семерка». Өйөбөҙ ҙә уларҙыҡы һымаҡ балҡып тормай, әсәләре өйҙә булмағанда те­геләрҙекен күрҙем. Ҡайһы саҡ атайым оҙаҡлап араҡы эсеп тә ала. Ә уның ғаиләһендә эсмәйҙәр. Бөтөнләй! Улар­ҙыҡынан айырмалы рәүештә, беҙҙең ғаилә гел аҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Аҡса мул булғанғалыр, егетем миңә гел бүләктәр тотоп килә. Ауылда уның менән дуҫ­лашҡанды ишеткән кешеләр әсәйемә көнө-төнө хәбәр ташый. Берәүҙәре, йөрөтмә, улар эт һымаҡ уҫал, ҡыҙыңды тиң күрмәҫтәр, кәмһетерҙәр, ти. Икен­селәре, уларға барһа, балда-майҙа йө­ҙөр, бер бөртөк малайҙары, тоттор ҙа ебәр ҡыҙыңды, исмаһам, байҙарға элә­гер, ти. Ошо һүҙҙәрҙән шул тиклем йонсоном! Әйтегеҙсе, миңә нимә эшләргә? Нисек ишетмәҫкә ошо ғәйбәтте? Нисек күрше-күләнде тыйырға?
Әмилә.

Кешене һөйләү, кемделер тикшереүҙең дөйөм оҡшашлығы берәү: улар бер-береһен (алыҫмы-яҡынмы, ишетепме-күрепме) бе­лергә тейеш, шулай бит. Ә бының өсөн ауылдаш йәиһә бер ҡаланан йәки күрше ауылдан булыу ҙа етә. Һеҙҙең хәлдә тап шулай – ауылдар алыҫ түгел, шуға ла «аҡыл» өйрәтеүселәрҙең булыуы ғәжәпләндермәй. Һәм психолог апайың бәлки һинең кәйефеңде лә төшөрөп ҡуйыр, әммә ундай кешеләр йәшәйеш барлыҡҡа килгәндән алып бар, булған, буласаҡ, тип әйтәм. Тыңлаған, ҡолаҡ һалған кеше барҙа ғәйбәтсе ғәйбәт һөйләйәсәк. Бында икенсе нәмәгә иғтибар итергә кәрәкмәйме икән? Әмилә, егетең һиңә тәҡдим яһанымы? Уға тормошҡа сығырға уйлайһыңмы? Һәм, иң мөһиме, уны яратаһыңмы? Был турала хатыңда бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ. Йәғни, һин был ғаиләнең матди яғын, уларҙың ни рәүешле тормош көтөүен, егетеңдең бөтмөр икәнен билдәләгәнһең, һеҙҙең ғаиләгеҙҙең социаль баҫҡыста уларҙан түбән булыуына баҫым яһағанһың, ә бына ғаилә нигеҙе – һөйөү тураһында – ләм-мим.

Мин был хатта күберәк нимә күрҙем? Ата-әсәйеңдең етешһеҙ йәшәгәненән, бер туғандарыңдың күплегенән, үҙеңдең егетеңдән саҡ ҡына оло булыуыңдан оялғаның ярылып ята. Психологияла был «кәмһенеү комплексы» (комплекс неполноценности) тип атала. Кеше һәр ваҡыт үҙен кем менәндер сағыштыра. Бына ошо сағыштырыуҙар гел генә уның файҙаһына булмай. Йәки сағыштырған һайын ул үҙендә ниндәйҙер етешһеҙлектәр таба, ә теге кешенең бәҫе арта ғына. Әлбиттә, сағыштырыусының күңеле төшөп, кәйефе китәме? Һис шикһеҙ. Яйлап ҡына ул борсола, үҙенән-үҙе ояла, артабан асыулана башлай. Күберәк бындай кешене «ни өсөн уныҡы бар, ә минеке юҡ» тигән һорау борсой. Сағыштырыуҙарҙан ваҡытында ҡо­толмау оҙайлы депрессияға килтергән осраҡтар ҙа бар.

Һәр ғаилә – индивидуаль. Һәм һәр ғаилә бар хәленсә, үҙҙәре белгәнсә балаларын үҫтерә. Атай һәм әсәй йөрәгендәге, күңелендәге бөтә байлығын тулыһынса, һәр тамсыһына тиклем үҙ балаларына бирә. Һәр хәлдә бирергә тырыша. Һинең ғаиләңдә дүрт бер туған, дүрт терәк, дүрт дуҫ һәм таяныс үҫә. Бәхеттең үҙе – бер туғандарҙың яҡынлығы! Булған ғына көстәрен һалып, атайың һәм әсәйең юғары белем биргән – был да бит оло хөрмәткә лайыҡ. Минең менән киле­шәһеңдер? Бәләкәстәреңә апай, үрнәк, терәк булырлыҡ кешеһең, үҙеңде ипләп кенә өс пар күҙ күҙәтә – ныҡ итеп уларҙы яратҡаныңды әйтергә онотма, йәме.

Әмилә, ҡабаланма, аттан алда сапма. Тәүҙә егетеңә булған хистәреңде аңла. Әгәр ҙә һөйөүегеҙ уртаҡ, уй-хыялдарығыҙ тиң икән... Мөхәббәт утында янғандарҙың ҡолағы тона – улар яратҡандары тура­һында имеш-мимештәрҙе ишетерлек хәлдә булмай. Һәм, бер-береһе өсөн йәндәрен йәлләмәгән йәрҙәрҙе икен­сеһенең матди хәле, йәмғиәттәге статусы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Ни өсөн? Сөнки был – һөйөү. Кешене. Тик үҙен. Киләсәгең яҡты һәм яҡшы булһын, Әмилә.





Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға