«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үҙ-ара “һуғыш”та иң тәүҙә балалар зыян күрәсәге хаҡында онотмағыҙ



08.07.2019 Үҙ-ара “һуғыш”та иң тәүҙә балалар зыян күрәсәге хаҡында онотмағыҙ

Хәйерле көн. Һеҙҙең кәңәштәрегеҙҙе уҡып барам, нимә менәндер килешәм, ниндәйҙер фекерҙәрегеҙ күңелемдә буран уйнатып ала. Аш менән атҡанға таш менән атмағыҙ, тигәнерәктәре бигерәк тә. Миңә утыҙ алты йәш. Ҡатыным менән ун дүрт йыл бергәбеҙ, улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар. Донъябыҙ етеш: икебеҙ ҙә тырыш, үҙем бигерәк тә – ир кеше тырышып, ваҡытын йәлләмәйсә, төндәрен йоҡламай, мал табырға тейеш, тип елдереп йөрөйөм. Кәртә тултырып мал-тыуар тотам, шәхси таксопарк та ҡулда, егеттәр өлгөрмәгәндә, үҙем дә йөрөйөм. Ни булһа ла, эш кешеһемен. Аҙнаның ете көнө лә әҙ минең өсөн. Алдашмайым, кистәрен иҫерек ҡайтҡан мәлдәрем дә булды. Егеттәр менән, йыш булмаһа ла, “ултырып” алабыҙ. Ҡатыным элек бухгалтер булып эшләне лә, бына инде ун йылдай тик өйҙә: йорт, мал-тыуар, балалар тулыһынса уның елкәһендә. Ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыты юҡ. Өйҙә тормайһың, балалар – атаһын, мин үҙ иремде күрмәй йәшәйбеҙ бит, ти торғайны. Һуңғы арала өндәшмәй. Сәбәбе үтә лә ябай булып сыҡты – миндә эшләгән егеттәрҙең береһе менән “роман” икән. Ишеткәс, ышанманым. Күҙәттем. Күрҙем. Әлбиттә, икеһенә лә арыу ғына эләкте, егетте шундуҡ эштән ҡыуҙым. Ҡатынымды күрә алмайым, тип әйтеү бер ни ҙә әйтеү түгел. Ул минең ҡуйынымда ятҡан йылан икәнен ҡылығы менән иҫбатланы. Һәм хәҙер һеҙ миңә, “таш менән атырға” ярамай, тиерһегеҙме? Беләһегеҙме, ул үҙен, иғтибар кәрәк, миңә һин етмәйһең, тип аҡларға маташты! Бөтә тырышлығым, бөтә тапҡаным тик улар, тик уның өсөн ине бит. Ҡәҙерҙе белмәгән бисәне бер ҡасан да кисермәйәсәкмен. Уға ла мәңге оноттормам – иҫләтеп, “туҡып” торам “йән һөйгәне” хаҡында. Тормошобоҙҙа бер нәмә лә үҙгәрмәне, тик уға булған яҡшы мөнәсәбәтем юғалды. Һәм быға тик ул ғына ғәйепле. Ул битемә төкөрһөн, ә мин ғәфү итергә тейешменме? Оноторғамы?

Радик.

Радик менән ике сәғәт аралаштыҡ. Ул үҙенең “мин дөрөҫ эшләйем” тигәнен аңлатырға теләне. Минең яҡтан хуплау ҙа көткән һымаҡ булды. Гәзитебеҙҙең ҡайһылыр һанында “роль жертвы”, йәғни ситуация ҡорбанына әйләнеүселәр тураһында яҙғайным инде. Тик унда ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ бара ине. Бында, үҙегеҙ күреүегеҙсә, ир кеше үҙен ситуация ҡорбанына “әйләндергән”. Юҡтан ғына ҡатын иренә хыянат итмәй, тигәнемде лә Радик ишетергә теләмәне. “Һеҙ – бер сыбыҡтан ҡыуылған, ҡатын-ҡыҙ солидарносы!” – тип ебәрҙе. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: психологтар бер ҡасан да кемделер яҡлау йәиһә кемделер аҡлау менән шөғөлләнмәй. Беҙ теге йәки был хәлдең килеп сығыу сәбәбен эҙләйбеҙ, табабыҙ, уны кисерергә ярҙам итәбеҙ. Һәм был ике яҡтан да тырышлыҡ талап итә. Аңлатам: әгәр ҙә кеше тырышмаһа, ситуациянан юғалтыуһыҙ сығырға теләмәһә, психолог көсләп ярҙам итә алмай. Бында тап ошондай аралашыу булды. Ҡатынына булған үпкәһен, асыуын, тиҫкәре тойғоларын Радик миңә “ауҙарҙы”. Ә ни өсөн һуң нисә йыл бергә йәшәгән ҡатыны башҡа ирҙең иғтибарын ҡабул итә башлаған – был турала уйларға ла теләмәне. Ә бит иң төп һорауҙар “НИ ӨСӨН минең хәләл ефетем был аҙымға барҙы? Кем, нимә этәрҙе икән уны был хәлгә?” тип яңғырарға тейеш. Үҙен йәлләүҙән башҡаларҙы ишетерлек булмаған ир бәлә сығармаһа ине, тип ҡурҡып та ҡуйҙым. Кемдеңдер яҙмышына хужа булыу, уның ғүмере менән уйнау, бер туҡтауһыҙ йәберләү, рәнйетеү мөмкин түгел. Хатта ул кеше һинең алда ныҡ ғәйепле тип уйлаһаң да. Һәр бер хәлдең башланғысы булған кеүек, аҙағы ла була. Ҡатындың түҙемлеге бер мәл килеп шартлаһа, ни булырын күҙаллауы ла ҡыйын. Һәм бындай хәлдә бөтә ауырлыҡ балаларға төшә – уларҙы ла ҡайғыртырға ине шул.

Ғаиләлә төрлө хәл булыуы мөмкин. Үпкәләшеү, аңлашылмаусанлыҡтарҙы еңе­лерәк хәл итеп була. Ә бына хыянатты кисереүе, күтәреүе ауыр. Бигерәк тә хыянат аңлы рәүештә ҡылынһа. Тимәк, тыштан ялтырап торған ғаиләнең иң төп нигеҙе ҡаҡшаған. Сәбәптәрен асыҡлап, ваҡытында ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтелһә, бәлки, күңел йәрәхәттәре ауыр булмаҫ ине. Тик бының өсөн тәкәбберлекте ситкә ҡуйып, тик башҡаны ғына ғәйепләүҙән туҡтап, үҙеңде йәлләүҙән ҡотолорға кәрәктер. Ир менән ҡатын араһында барған “һуғыш”та иң тәүҙә балалар ыҙаланғанын ололар онотмаһа ине.

Радик, һеҙҙең киләсәк – тик һеҙҙең үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа. Тынысланығыҙ. Ауыр булһа ла, ҡарар ҡабул итегеҙ.





Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға