«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Аритмия – йөрәк ауырыуы, әммә нервыларҙы ла дауаларға кәрәк



05.07.2019 Аритмия – йөрәк ауырыуы, әммә нервыларҙы ла дауаларға кәрәк

Аритмияның билдәләре – йөрәк ти­бе­шенең үҙгәреүе, берсә шәп-шәп тибеп алып китә, берсә тынып ҡалғандай… Уның ҡайһы бер төрҙәре кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырмай, әммә мотлаҡ нервы системаһы торошона иғтибар итергә кәрәк.

Йөрәк тибеше көсәйеүенә артыҡ физик көсөргәнеш, тулҡынланыу, юғары һауа температураһы, алкоголь, сәй, ҡәһүә сәбәпсе булыуы ихтимал. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм невроз да йөрәк тибешенең йышайыуына килтерә.

Йөрәк ауырыуҙарынан сәскә балы файҙалы. Айырыуса ҡарабойҙай балының шифаһы ҙур. Уны көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға кәңәш ителә. Көндәлек туҡланыу рационында мотлаҡ һоло һәм тары бутҡаһы, шулай уҡ йөҙөм, күрәгә, сыр, һарымһаҡ, сәтләүектәр булырға тейеш.
Сәйгә мелисса, ромашка, күк көртмәле япрағы ҡушып бешерергә тәҡдим ителә. Аш тәмләткестәрҙән фенхель, әнис, укропҡа өҫтөнлөк бирергә. Шулай уҡ күберәк шалҡан, торма, крыжовник, балан ашау ҙа файҙалы.

Ныҡ арыуҙан, нервы ҡуҙғыуынан йөрәк тәңгәлендәге ауыртыуҙы баҫырға алтын тамыр төнәтмәһе ярҙам итә. 10 – 20 тамсыһын һыуға ҡушып, көн һайын эсергә кәрәк.

Тормоштағы низағтар, көйәләнеүҙәр стенокардияға, инфарктҡа һәм гиперто­нияға килтерә. Насар уйҙарҙан арыныу өсөн физик күнегеүҙәр эшләгеҙ, өй эштәре менән булышығыҙ, тыныс көй тыңлағыҙ, китап уҡығыҙ, тәбиғәткә сығып ял итегеҙ.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға