04.07.2019 Анальгин зыянлымы?
Мигрень менән ыҙаланам. Баш ауыртыуын баҫыу өсөн йыш ҡына анальгин эсәм. Танышым, был дарыуҙы күп эсергә ярамай, зыянлы, ти. Уның һүҙҙәренә ышанырғамы? Ысынлап та, анальгиндың файҙаһынан зыяны күберәкме? Ул саҡта мигренде нимә менән дауаларға?
Фәрзәнә.
Танышығыҙ хаҡлы, күп кенә илдә анальгинды һатыу сикләнгән, ҡайһы берҙәрендә хатта тыйылған. Сөнки был дарыуҙың кире эҙемтәләре күп. Оҙаҡ ваҡыт ҡулланыу айырыуса зыянлы. Мигренде дауалауҙа иһә ауыртыуҙы баҫа торған препараттар ғына ярҙам итмәйәсәк. Ул ғына ла түгел, уларҙы күп ҡулланыу кире реакция тыуҙырыуы бар. Шуға күрә ниндәй препарат ҡулланырға йәки ниндәй дарыу килешә – һеҙҙе дауалаусы табип ҡына кәңәш итергә тейеш.