«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Балаларығыҙ туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп үҫһен



01.07.2019 Балаларығыҙ туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп үҫһен

Һаумыһығыҙ. Мин – килен кеше. Ирем менән йәшәгәнгә биш йыл. Ике балабыҙ бар. Ҡәйнәм-ҡайнымдың – алты балаһы, һәр береһендә – икешәр-өсәр бәләкәс. Ҡунаҡҡа бөтәһе лә балалары менән килһә, шундай сыр-сыу, ғауға, шау-шыу: берәү бер кемде ишетмәй, берәү менән һөйләшеп, аралашып булмай, илашыу-талашыу... Балалар бит йә уйынсыҡҡа талаша, йә тағы нимәгәлер – табып ҡына торалар. Йә бер нәмәне түгәләр, сәсәләр, ҡыйлайҙар, бысранып ҡына ҡалмайҙар, башҡаларҙы – бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе лә буяп ҡуялар. Ҡәйнәмдәрҙән шул тиклем арып, йонсоп ҡайтам. Бармайса хәл юҡ, был һорау хатта тикшерелмәй. Беҙ һуңғы ике ҡунаҡта, балаларыбыҙҙы өйҙә ҡалдырып, икебеҙ генә йөрөп ҡайттыҡ. Шундай саҡта туғандарға ла балаларһыҙ йыйылырға тәҡдим итәйем тигәйнем. Яйын табып, ҡалдырып килегеҙ, исмаһам, үҙебеҙ – ололар, күңел асып, әкренләп тыныс ҡына аралашып ҡайтырбыҙ, тип. Ирем тыйҙы. Мине, тар күңелле, тип ҡуйҙы хатта. Шулай ҙа үҙемде, яңылыш уйлайым, тимәйем. Сөнки беҙ балалар менән былай ҙа көнө-төнө бергәбеҙ, ә туғандар менән йыйылғанда, үҙ-ара аралашып та булмай. Ошоно нисек итеп иремә, туғандарға аңлатырға икән?

Гөлсәриә.

Ошондай йөкмәткеле хат килеп төшкәс, ҡылт итеп ҡайным мәрхүмдең әйткәне хәтергә төштө. Гөлсәриә һылыу, беҙ ҙә күмәкбеҙ, Аллаға шөкөр. Ҡайны-ҡәйнәбеҙ йортонда йыш йыйылыша инек. Тап һеҙҙең кеүек, балалар бәләкәй, сыр-сыу... Хәҙер әйтә алмайым, әммә кемдер бер нисә тапҡыр бәләкәстәрен ҡунаҡҡа алып килмәгәндер инде. Быны күргән ҡайным: “Балаларығыҙҙы алып килмәһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә килмәгеҙ. Мин һеҙҙе үҫтерҙем, күрҙем. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәремде күргем килә. Ошонда үҙ туғандары менән аралашма­һалар, ҡасан, ҡайҙа күрешәләр? Улар – бер туғандың балалары, бер-береһенә яҡын булырға, бер-береһен танырға, белергә, артабан ҡатнашып йәшәргә тейеш. Балаларым менән бергә килегеҙ”, – тине. Уның әйткәне мине шул мәлдә уйландырҙы. Улай ғына ла түгел, ғүмер буйына оҙатып килгән нәсихәткә әйләнде. Үҙ туғандарыма ла гел генә ҡайнымдың һүҙҙәрен ҡабатлап торам – балаларыбыҙ бер-береһен белһен, күрешһен, аралашһын. Уларға беҙҙән һуң да йәшәргә. Халыҡ та бит юҡҡа ғына: “Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке – үлтермәҫ”, – тимәгән. Ә кем һуң үҙеңдеке? Әлбиттә, бында туғандар күҙ уңында тотола.

Ысынлап та, туғанлыҡ, яҡынлыҡ ептәре шул төп йорт тәрбиәһенән башланалыр, тим. Беҙҙең дә бәләкәстәребеҙ ҡайны-ҡәйнә йортонда нимә генә ауҙарып, емереп, онтап бөтмәне... Ололар яғынан бер һүҙ ҙә булманы. Ҡартатайҙар менән ҡартәсәйҙәр барыбер ҙә сабыр була. Ватылған һауыт-һаба, буялған стеналар, һыҙырылған обой, тупрағы сәселгән гөл-сәскә өсөн тауыш ҡуптармайҙар – был да тәрбиәүи эффектҡа эйә. Уларға ҡарап, үҙең дә өйрәнәһең, тәжрибә туплайһың. Тормошта иң мөһиме ниндәйҙер әйбер түгел, ә кешеләр – балаларың, яҡындарың, ту­ғандарың икәненә төшөнәһең. Һәм... Балалар күҙ асып йомғансы ҙурайып, буй ҙа еткерә. Ни тиклем теләһәң дә, төрлө сәбәп арҡаһында төп йортҡа юлдар һирә­гәйгәндән-һирәгәйә... Бергәләп йыйыл­ғаныбыҙҙа күберәк балаларҙың эше күплеге, ялдары тап килмәүе, ваҡыттары тығыҙлығы тураһында һөйләйбеҙ. Ә уларҙың үҙ-ара татыулығы, апай, һеңлем, ҡустым, ағай, тип өҙөлөп тороуы ҡыуандырмай ҡалмай, әлбиттә.

Гөлсәриә һылыу, яҙмамдан үҙеңде борсоған һорауға яуап тапҡанһыңдыр, тип ышанғым килә.





Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға