«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тормош һабаҡтарын тыныс ҡабул итергә өйрәнегеҙ



24.06.2019 Тормош һабаҡтарын тыныс ҡабул итергә өйрәнегеҙ

“Зәбирә менән беҙ бала саҡтан бергәбеҙ. Бер класта, артабан бер ҡалала белем алдыҡ. Икебеҙ ике ерҙә юғары белем алһаҡ та, йыш аралашып торҙоҡ. Уҡыуҙы бөткәс, фатирға бергә түләп, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек. Серҙәребеҙ, ялдарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, хатта кейемебеҙгә, аҡсабыҙға тиклем уртаҡ булды. Үҙемдең апай-һеңлеләремә һөйләмәҫ серҙәремде, хәлдәремде ул ғына белде. Миңә ҡарата ул да ихлас ине... Беҙгә егерме ете хәҙер. Бына инде ике йыл мин Зәбир исемле егет менән йөрөйөм. Йөрөгәйнем, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Ышаныслы, тыныс холоҡло, әҙәпле, эшлекле, аҡыллы егет, тип уны маҡтай торғас, әхирәтемә “тоттороп” ебәрҙем. Зәбирәнең элекке егетенең дуҫы ул. Улар дуҫлыҡтарын өҙҙө, ә беҙ дауам иттек. “Ҡуй, дуҫына ҡара ла быныңдан төңөл!” – тиһә лә әхирәтем, Зәбирҙе ситкә типмәнем. Күңелемә ныҡ оҡшаған егетте үҙемә пар күрҙем. Әлбиттә, ҡай саҡ әрләшеп-үпкәләшеп киткән саҡтар ҙа булды. Әммә шул Зәбирәм, уны яратаһың бит, әҙерәк кенә түҙәһең инде, тип тынысландыра ине. Беләм, Зәбиргә лә шундай уҡ һүҙҙәр менән ярҙам итә килгән. Тағы ла бәләкәй генә үпкәләшеүҙән һуң, әхирәтемә мыжып ултыра инем... Зәбирәм миңә, етте, һеҙ бер-берегеҙҙе күпме ыҙалата алаһығыҙ, уны үҙемә ҡаратып алам, һиңә кәрәкмәһә, тине. Үпкәләп ултырған кешегә күп кәрәкме ни, ал, тип ҡысҡырҙым. Тағы ла ниҙәр тигәнмендер, хәҙер әйтә алмайым, әммә ул минән күсеп сығып китте. Эйе, ватсаптан яҙыштыҡ, аңларға маташтым уны, әйткән һүҙҙәрем өсөн ғәфү үтендем. Ләкин ул, мин башҡаса һинең жилеткаң була алмайым, психологка бар, тип хәбәрләшеүҙе өҙҙө. Кисә Зәбирәнең Зәбир менән уның фатирында йәшәгәнен белдем. Бөгөн икеһе лә мине “Бәйләнештә” селтәренән алып ташланы. Сәхифәләре минең өсөн бикле. Әле Зәбир шылтыратып, минән ғәфү үтенде, әхирәтемә өйләнергә теләүен әйтте. Башымда мең төрлө уй – өнөммө был, төшөммө? Улар шулай оятһыҙмы? Артымда минән көлөп йөрөгәндәрме? Юғиһә быны нисек аңларға? Ике һатлыҡ йән, ике әҙәм аҡтығы мине мыҫҡыллап ниндәй шоу, цирк ойошторҙолар?! Үҙем юрист. Ҡанун буйынса бер нимә лә эшләтеп булмағанын аңлайым. Ҡаным ҡайнай, йәнем көйә ике һатлыҡ йәнгә! Күрә алмайым уларҙы! Нимә эшләргә?

Г. Өфө”.

Аңлайым һеҙҙе. Еңел булмаҫ, шулай ҙа саҡ ҡына тынысланығыҙ. Теге йәки был ситуация ни өсөн килеп сыҡҡанын аңлау өсөн күңелдең тыныс, аңдың айыҡ булыуы ныҡ мөһим. Эмоцияларға үтә бирелеп ҡасандыр яҡын булған кешеләрегеҙгә исем тағырға, уларҙы кәмһетергә, һүгергә, улар тураһын­да күп итеп кемгәлер һөйләргә, был турала социаль селтәрҙәргә йәлләткес йәки киреһенсә агрессив постар яҙыуҙан тыйылырға тырышығыҙ – был һуғышта тик һеҙ генә юғалтыу кисереүегеҙ ихтимал. Йыш ҡына шулай була ла. Йәки ташланған ҡыҙ күңелендә ҡайнаған хистәрен тыя алмай, нимә уйлағанын теҙеп, селтәрҙә, телефон аша башҡаларға еткерә, үҙен йәлләтә, илай-һыҡтай, әрләшә, уны “ни өсөн ташларға ярамағанын” һәм “ул ниндәй алтындан баш тартҡанын” аңлатырға маташа. Был ситуацияға ситтән әҙ генә күҙ йүгертеү ҙә ҡыҙға булған хөрмәтте ҡаҡшатып ҡуя, шулай бит? Аңлауымса, һинең өҫтә яҙылған ситуацияны ҡабатлағың килмәй? Егетеңде кире ҡайтарыу, әхирәтеңдең “сәсен йолҡҡолау” тигән уйҙар булмауы үҙе үк яҡшы. Тимәк, уларға ҡарата үтә лә агрессив түгелһең. “Һатлыҡ йән” тиеүеңә, мин ошолай һорау бирер инем: ә улар һиңә тоғро булырға ант иттеме? Юҡ, матурым, бында ике генә яуап ҡабул ителә – “эйе” йә “юҡ”. Тимәк, хатта «һатлыҡтар» тип әйтеп тә, беҙ яңылышасаҡбыҙ. Артабан, “Зәбирҙе әхирәтемә тотторҙом” тип ирония менән әйтә алыуың һинең көслө кеше булыуың тураһында һөйләй. Алдан һинән йәшереп кенә дуҫлашҡандармы йәиһә һинең менән үпкәләштән һуң ғына улар бер-береһен тапҡанмы – был һинең өсөн үтә лә мөһим, яуап талап иткән һораумы? Һәм яуап табырһың да, тик артабан нимә үҙгәрәсәк? Ваҡытты бит кирегә бороп булмай. Тимәк, бөгөнгө көн менән йәшәргә ҡала. Уларҙы һәм үҙеңде тулыһынса кисереү өсөн ваҡыт талап ителәсәк. Шуға күрә өҫтә яҙғандарыма ҡолаҡ һалыуыңды үтенәм. Үҙеңде ҡәҙерһеҙләмә, тормоштоң был ябай булмаған дәресен ҡабул ит. Хәҙер үткәндәреңде иҫләү, дөрөҫ һығымта яһай торған ваҡытың. Зинһар, онотма, был ситуацияны иң беренсе тыныс айыҡ аҡыл менән анализлау мөһим. Тормош һинең алдыңа ниндәйерәк һынау ҡуйҙы? Күтәреп, йырып сыға алырһыңмы? Һынмаҫһыңмы? Бәлки, ул һиңә “тирә-яғыңа әйләнеп ҡара әле, яныңдағы кешеләрең кемдәр, улар һиңә нисек тәьҫир итә, үҙеңә иғтибарлыраҡ бул”, тип кенә әйткеһе киләлер. Тормош дәрестәре ҡатыраҡ. Быныһы менән килешәм. Һәр хәлдә, әгәр ҙә һәр бер ситуациянан дөрөҫ һығымта яһап сығырға өйрәнһәң, төп иғтибарҙы үҙеңә йүнәлтһәң, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Әлбиттә, һин әле минең һүҙҙәремде ишетмәйһеңдер ҙә бәлки, әммә.... Күрерһең әле! Ышандырғым килә: теүәл ярты йылдан һин был хәлде көлөп кенә хәтереңә төшөрәсәкһең. Агрессия сығарыу ысулдарын өйрәндек, хәҙер тынысланыу өсөн күнекмәләрҙе лә беләһең. Шулай булғас, алға, кем әйтмешләй.
Бәхет һиңә!





Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға