«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Быуындар һыҙлағанда



21.06.2019 Быуындар һыҙлағанда

Көслө уколдар, ҡиммәтле да­рыу­ҙарҙың да төрлөһө бар. Өҫтәүенә, организмдың уларҙы күтәрә алмауы ла мөмкин. Кемгәлер аллергия бирә, кемдеңдер башҡа бер ере ауырта башлай. Шуға күрә, бындай уколдар һәм дарыуҙар килешмәһә, түбән­дәге дауалау ысулын ҡулланып ҡарарға мөмкин.

Бер ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ тоҙ ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Әҙер булғас, кизе-мамыҡ йә етен ту­ҡымаға һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм өҫтөнән яҡшылап уратып ҡуйырға. Был компресты көн һайын төнгөлөккә эшләү яҡшы һөҙөмтә бирә.

Әлеге дауалау ысулына өҫтәмә рәүештә 200 г һарымһаҡты, 500 г мүк еләген ит үткәргес аша үткәреп, бер килограмм бал ҡушып бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ ашарға мөмкин.

Өс ҡалаҡ камфара майына бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ гәрсис оно ҡушып бутарға һәм кәбеҫтә яп­ра­ғы­на һалып, ауыртҡан урынға ябырға. Өҫтөнән йылы шәл ябып, 2 – 4 сәғәт тоторға.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға