«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » “Һаулыҡ формулаһы” – изгелек менән ауылдарға!



16.06.2019 “Һаулыҡ формулаһы” – изгелек менән ауылдарға!

Былтыр 15 сентябрҙән 1 ноябргә тиклем “Изгелек – ауылға” тип аталған Бөтә Рәсәй өмәһе үткәйне. Уны Рәсәй Хөкүмәте менән илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Йәштәр эше буйынса федераль агентлыҡ менән Ирекмәндәр йылы дирекцияһы һәм “Ирекмәндәр-медиктар” Бөтә Рәсәй хәрәкәте ойошторҙо. Белорет медицина колледжы был сараны ҡуш ҡуллап күтәреп алды һәм уҡыу йортоноң “Һаулыҡ формулаһы” ирекмәндәр ойошмаһының бер төркөмө Үрге Арша ауылына барып, фельдшер-акушерлыҡ пунктында өмә уҙғарҙы: студенттар ФАП-ты таҙартып, процедура кабинетына косметик ремонт яһаны. Шулай уҡ ирекмәндәр медпункттың тирә-яғын да рәтләп, ҡойманы алмаштырҙы, биләмәне сүп-сарҙан таҙартты. Эштәрҙе тамамлағас, уңған егеттәр һәм ҡыҙҙар ФАП-ҡа сәләмәт йәшәү рәүеше, сирҙәрҙе иҫкәртеү тураһындағы санбюллетендәр менән буклеттар ҙа бүләк итте.

“Изгелек – ауылға” өмәһе күптән үтһә лә, Белорет медколледжы изге эштәрҙе дауам итергә ныҡлап тотона. Мәҫәлән, апрелдә “Һаулыҡ формулаһы” ирек­мәндәре Белорет үҙәк район дауа­ханаһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә Әзекәй фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһендә экологик өмә үткәрҙе. Сүп-сарҙан таҙартҡас, егеттәр ҡойманы алмаштырып ҡуйҙы, ҡыҙҙар иһә уны “һә” тигәнсе буяп та ебәрҙе. Студенттар ФАП эсенә инсультҡа һәм талпан энцефалитына ҡағылышлы санбюллетендәр эшләп элгәс, ауыл халҡы өсөн “Ҡан баҫымыңды бел” акцияһы ойошторҙо. Буласаҡ медиктар ФАП-ҡа килгән һәр кемдең ҡан баҫымын үлсәп, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса кәңәштәр ҙә бирҙе. Әзекәйҙәр – әүҙем халыҡ, акцияла дәррәү ҡатнашты, тип ҡыуана ирекмәндәр.

Май аҙағында был шәп студенттар Боғанаҡҡа килеп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһын капиталь ремонтҡа әҙерләне – түшәмде, стеналарҙы иҫке плитка, обойҙан таҙартты. Берәүҙәре “ҡара” эш менән булған арала, икенселәре ауыл халҡы менән осрашып, һаулыҡҡа ҡағылышлы әңгәмәләр үткәрҙе.

– Студенттар акцияла оло теләк менән ҡатнаша, баш тартыусылар бөтөнләй юҡ, ҡайһы берәүҙәр хатта һәр ауылға ла йөрөргә риза, – тип һөйләй тәрбиәүи эштәр буйынса бүлек мөдире Людмила Валерьевна Кваснина. – Беҙгә ошо фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ошо кешеләр менән эшләргә тура киләсәк, ти улар. Уҡыу йылы башынан ирекмәндәребеҙ тарафынан биш ФАП-ҡа ярҙам күрһәтелде. Беҙҙең “Һаулыҡ формулаһы” ирекмәндәр хәрәкәтенә – ун йылдан ашыу. Экология, хәрби-патриотик, донорлыҡты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен киң йәйел­дереү, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса әүҙем эшләйбеҙ.

Әлеге ваҡытта ирекмәндәр хәрәкә­тендә – 74 ағза. Йыл һайын тәжрибәле ирекмәндәр, 3 – 4-се курс студенттары, яңы уҡырға ингән студенттар алдында сығыш яһап, хәрәкәткә ҡушы­лырға өндәй. Йөрәгендә ут янғандар, әлбиттә, “Һаулыҡ формулаһы”нан ситтә ҡала алмай. Сөнки ирекмәнлек – башҡаларға ихлас күңелдән ярҙам итеүҙән тыш, үҙ мөмкинлектәреңде асырға, һәләттә­реңде файҙаланырға ла ирек биргән майҙансыҡ. Кеше алдында үҙеңде тоторға, халыҡ менән аралашырға, төрлө эштең рәте-сиратына ла төшөнөргә ярҙам итә. Һәр көндө файҙалы үткәрергә ынтылған буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре йә һөнәри уҡыу йорттары студенттары өсөн “Сәләмәт туҡланыу” акцияһы үткәрә, йә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгенә уйынсыҡтар йыйып тапшыра, уйындар ойоштора, йә ветерандар менән осрашып, уларға ярҙам күрһәтә... Ниндәй генә эш-сараға тотонһалар ҙа, Дарья Лысенкова, Гүзәл Нәбиуллина, Анастасия Портнова, Айһылыу Сиражетдинова, Шәүрә Ғәзизова, Истикбол Иминжанова кеүек шәптекәйҙәр уны күңел һалып башҡара.

– Медицина хеҙмәткәре изге күңелле, ярҙамсыл, уңған булырға тейеш, – ти Гүзәл Нәбиуллина. – Мин үҙем бәләкәйҙән медик булырға хыялландым. Сөнки өләсәйем Зәйнәп Абдул ҡыҙы Зыяитдинованың ауыл медпунктында нисек эшләгәнен күреп үҫтем. Уны халыҡ тәрән ихтирам итә, өләсәйем менән ныҡ ғорурланам. Атайым Зөлфәр Шаһыбал улы – “Тиҙ ярҙам” фельдшеры. Уның да тырышып эшләүе бик оҡшай, шуға ла, әлбиттә, минең дә электән кешеләргә ярҙам иткем килде. Кемгәлер ярҙам иткәндән һуң, уларҙың йөҙөндә йылмайыу күрһәм, аңлатып бөтмәҫлек кинәнес алам. Шулай бер-беребеҙҙе ҡыуан­дырып, донъяны йәмләп, изгелектәр ҡылып йәшәүгә тағы ни етә?!

Гүзәл кеүек әүҙем, тырыш һәм миһырбанлы шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар ҡала-ауылдарыбыҙҙа эшләһә, барыбыҙ ҙа оторбоҙ. Уңған студенттар уҡыу йортон уңышлы тамамлаһын да, һөнәренең изгелеген һаулыҡ фронтында тулыһынса аҡлаһын әйҙә!





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға