«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәстәр өсөн бәлзәм



11.06.2019 Сәстәр өсөн бәлзәм

Алма һеркәһе ҡушып сәсәтәр өсөн бик тә файҙалы бәлзәм әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн 4 стакан һыу, 15 мл алма һеркәһе, 30 мл алоэ һуты кәрәк буласаҡ. Бөтә компонентты бергә ҡушып бутарға һәм быяла шешәлә һыуытҡыста һаҡларға. Сәсте йыуғас, бәлзәмде бер аҙ йылытып, кәрәкле кимәлдә һөртөргә. Әйткәндәй, уны йыуып төшөрөргә кәрәкмәй.

Ошо бәлзәмгә төрлө эфир майы ҡушып та бәлзәмдәр әҙерләргә була.

✔ Сәсте үҫтереү өсөн.
10 тамсы бөтнөк майы, 5 тамсы лаванда майы, 10 тамсы аҡ шыршы (пихта) майы ҡушырға.

✔ Йоҡа һәм һынып барыусан сәстәр өсөн.
18 тамсы һандал (сандал) майы, 7 тамсы иланг-иланг майы өҫтәргә.

✔ Майлы сәстәр өсөн.
10 тамсы мелисса майы, 13 тамсы импортель, 2 тамсы лаванда майы ҡушырға.

✔ Ҡауаҡтан, сәс ҡойолоуҙан һәм асаланыуҙан.
10 тамсы лимон майы, 10 тамсы ваниль, 5 тамсы лаванда майы.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға