06.06.2019
Ынйы сәскә (ландыш)
Халыҡ медицинаһында уның сәскәһен, япраҡтарын, орлоғон ҡулланалар. Сәскә атҡан ваҡытта йыйырға кәрәк. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын дауалауҙа киң файҙаланыла. Йөрәк тибешен көйләй, ҡан әйләнешен яҡшырта. Шулай уҡ тынысландырыу, ауыртыуҙы баҫыу, бәүел һәм ҡан ҡыуыу, ялҡынһыныуға ҡаршы тороу һәм ҡан ағышын туҡтатыу көсөнә эйә. Ынйы сәскә ағыулы үҫемлектәр иҫәбенә инә, шуға күрә табип күҙәтеүендә генә ҡулланырға кәңәш ителә.
Төнәтмәһе
✔Ярты литрлыҡ банканың 3/4 өлөшөн сәскәһе менән тултырырға һәм өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға. Ике аҙна төнәткәндән һуң көнөнә ике-өс тапҡыр 10 – 15 тамсыһын һыуға ҡушып эсергә.
✔Бер балғалаҡ киптерелгән сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә һәм көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.
✔Яҙ көнө йөрәктең хәлһеҙлеген һәм тибешенең йышайыуын яңы өҙөлгән сәскәнең төнәтмәһе менән дауаларға мөмкин. 6 – 7 сәскәгә бер стакан һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә.
Иҫкәрмә! Ынйы сәскәһе ағыулы. Бауыр һәм бөйөр, йөрәк һәм ҡан тамырҙарының органик сирҙәре менән ауырыусыларға уны ҡулланыу тыйыла.