«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тештәрҙең сәләмәтлеге нимәгә бәйле?



05.06.2019 Тештәрҙең сәләмәтлеге нимәгә бәйле?

Табиптар һәм ғалимдар тештәрҙең сәләмәтлегенә бәйле факторҙарҙан беренсе урынға нәҫелдән күсәгилешлекте, ауырлы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың дөрөҫ туҡланыуын, ғүмер дауамында кешенең сифатлы һыу эсеүен һәм дөрөҫ туҡланыуын билдәләй.


Кешегә кәүҙә төҙөлөшө, һоро йә йәшел күҙҙәр, оҙон йә ҡыҫҡа буй ғына түгел, ә тештәр ҙә нәҫелдән бирелә икән. Уларҙың формаһы, эмаленең төҫө, йәғни тештең һәм теш ҡаҙнаһы төҙөлөшө. Ә бына кариес нәҫелдән килмәй. Теш­тәрҙең ҡаты туҡымаһының боҙолоуы һәм уның эсендә ҡыуышлыҡ барлыҡҡа килеү – кешеләрҙә иң киң таралған ауы­рыуҙарҙың береһе.

Тештәрҙең ныҡлығы буласаҡ әсәнең туҡланыуына ла бәйле. Теш кальций менән фосфорҙан һәм фторҙан тора. Ауырлы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға составында кальций булған ризыҡтарҙы күберәк ашарға кәрәк. Туҡланыу рационында кальций, фтор һәм фосфор етерлек кимәлдә булмаһа, баланың тештәренең формалашыу процесы боҙола. Шулай уҡ буласаҡ әсәнең үҙенең тештәренә лә насар йоғонто яһауы бар. Ауырлы ҡатындың дөрөҫ туҡланмауы теш эмаленең минераль матдәләр менән насар туҡланыуына килтерә, һөҙөмтәлә балала 2 – 3 йәштә үк кариес башланыуы мөмкин.

Ғөмүмән, тештәрҙең сәләмәтлегендә дөрөҫ туҡланыу мөһим роль уйнай. Һыуҙағы минераль матдәләр тештәрҙең структураһына йоғонто яһай. Кальций һөйәк туҡымаһының нигеҙен тәшкил итә. Ул организмда артыҡ булһа, бөйөргә, бәүел юлдарына таш ултыра, үҫеш туҡтай. Әҙ булһа, һөйәктәр формалашыу һәм йөрәк-ҡан тамырҙары систе­маһының эшмәкәрлеге боҙола, йөрәк тибеше көсәйә.

Магний энергия алмашыныуында, һөйәктәр формалашыуында, витамин­дарҙы утилләштереүҙә, нервы туҡы­малары эшмәкәрлеген көйләүҙә ҡатнаша. Организмда магний күп булһа, ул һөйәктәрҙән кальцийҙы йыуып сығарып, остеопорозға килтереүе мөмкин.

Фтор – теш сәләмәтлегенең нигеҙе. Теш эмалендә таптар барлыҡҡа килһә, был уның артыҡ күп булыуы хаҡында һөйләй. Фтор етмәгәндә иһә кариес үҫешә.

Кариес төрлө сәбәптән барлыҡҡа килә. Әммә ни тиклем күберәк тәмле-татлы ашайбыҙ, тештәрҙең һаулығына шул тиклем зыяны күберәк. Юҡҡа ғына атай-әсәйҙәр бәләкәй саҡта кәнфит ашауҙы тыймаған икән. Тештәрҙең сәлә­мәт­легенә аҙыҡ-түлектә кислоталарҙың ар­тыҡ булыуы ла кире йоғонто яһай. Схема бик ябай. Тәү сиратта кислоталар йоғонтоһонда тештең эмале боҙола. Артабан микроорганизмдар тешкә тәрән­гәрәк үтеп инә башлай. Шуға күрә тештәрҙе кислоталарҙың артыҡ йоғон­тоһонан һаҡларға кәрәк. Тап шуның өсөн емеш һуттарына һыу ҡушып эсергә кәңәш ителә.

Кеше организмы өсөн эремсек ныҡ файҙалы. Ул кальций тоҙҙарына, фос­форға, калийға, натрийға, В12, В2 витаминдарына, фолий кислотаһына бай.

Тештәр һау-сәләмәт булһын өсөн ашағандан һуң гел генә ауыҙҙы сай­ҡатырға кәрәк. Йәшелсә-емеш ашағас та йә һут эскәс тә тештәрҙе йыуырға кәңәш ителмәй.

Һәр кешегә дөрөҫ туҡланыу мөһим. Ул тештәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн генә түгел, тотош сәләмәтлек өсөн дә кәрәк. Бактериялар үҫеү һәм таралыу өсөн шәкәр файҙаланғанлыҡтан, кеше ни тиклем күберәк татлы һәм крахмалға бай аҙыҡ ҡуллана, шул тиклем тиҙерәк тешкә бактерияларҙан ҡуныҡ ултыра.

Әфлисун кеүек емештәрҙәге шәкәр бактерияларға таралырға артыҡ юл ҡуймай, шунлыҡтан уның зыяны ла әҙерәк. Шул рәүешле картуфтағы крахмал да тештәр өсөн артыҡ зарарлы түгел. Бактерияларға туҡтауһыҙ туҡланырға кәрәк һәм кеше ни тиклем күберәк ашарға ярата, тештәр өсөн шул тиклем насар. Үҙеңде сикләргә лә өйрәнергә кәрәк, айырыуса шәкәр ашауҙан. Ҡатыраҡ, күҙәнәклеккә бай ризыҡтар теште үҙенән-үҙе таҙарта. Улар шулай уҡ теш ҡаҙнаһының сәләмәтлеге өсөн дә яҡшы. Сыр менән шәкәрһеҙ һағыҙ ҙа ниндәйҙер кимәлдә тештәрҙе һаҡлау сараһы булып тора.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға