«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йүгереүҙе туҡтатырға тура килерме икән?



01.06.2019 Йүгереүҙе туҡтатырға тура килерме икән?

Миңә 25 йәш. Әле, марттан алып, иртәнсәк йүгерә башлағайным. Тәүҙә үҙемде бик яҡшы тойҙом, иртән йүгереп килгәс, көн буйына ниндәйҙер еңеллек һиҙә инем. Әммә һуңғы ваҡытта аяҡтарым хәлһеҙләнеп, арый башланы. Бының сәбәбе ҡан тамырҙары киңәйеүенә бәйле түгелме икән? Миндә был сир ныҡ булмаһа ла, әҙерәк билдәләре бар. Нимә эшләргә: йүгереүҙе туҡтатырғамы икән?

Фәниә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Варикоз ҡан тамырҙары стенкаһының ныҡлығын, һығылмалылығын юғалтыуҙан барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интенсив физик күнегеүҙәр ҡандың ҡуйылығын арттыра һәм йыш ҡына уның тотҡарланыуына килтерә. Шуға күрә спорт менән шөғөлләнгәндә аяҡтарығыҙ талып, тамырҙарығыҙҙың ҡабарып тороуын күрәһегеҙ икән, уларға көсөргәнеште кәметергә кәрәк. Йүгереүҙе йөҙөү, йәйәү, велосипедта йөрөү менән алмаштырырға мөмкин. Флебологҡа ла күренергә онотмағыҙ, ул һеҙгә ҡасан, күпме шөғөлләнергә кәрәклеге хаҡында кәңәштәр бирер.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға