«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Юл япрағы (подорожник)



30.05.2019 Юл япрағы (подорожник)

Ҡанды туҡтатыу, эренләп тороусы яраларҙы таҙартыу, тын юлдары һәм аш эшкәртеү системаһы ауы­рыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. Микробтарға, ялҡынһыныуға ҡаршы, йүтәл ваҡытында ҡаҡырыҡты йомшартыу өсөн тәҡдим ителә. Шулай уҡ ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләп, аппетитты күтәреү үҙенсәлегенә эйә. Был шифалы дарыу үләнен йәй буйы йыйырға мөмкин.

Төнәтмә әҙерләү
Бер ҡалаҡ кипкән япрағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылы урында 15 минут төнәтергә һәм һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан бер сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.

Спиртлы төнәтмә
Ике ҡалаҡ кипкән япраҡҡа 0,2 л араҡы ҡойоп, 14 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр 30 тамсыны һыуға ҡушып эсергә.

Һуты
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға