«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)



21.05.2019 Һары умырзая (адонис весенний, горицвет)

Һары умырзая – иртә яҙҙан сәскә атыу­сы үҫемлектәрҙең береһе. Уның һабағын, япрағын, сәскәһен дарыу урынына ҡулланырға ярай. Составында цимарин, адонитоксин, К-строфантин, сапониндар һәм фитостериндар бар. Ғәҙәттә, сәскә атҡан ваҡытта йыялар. Һалҡын тейеүҙән, үпкә һәм тын юлдары ялҡынһыныуынан, бөйөр һәм йөрәк ауырыуҙарына бәйле шешенеүҙән, циститтан, хәлһеҙлектән файҙаланалар. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә. Төнәтмәһен глаукомаға ҡаршы, ревматизмдан быуындар һәм мускулдар ауыртҡанда тәҡдим итәләр.

Төнәтмә әҙерләү
Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылыға урап ултыртып, бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. 12 йәште уҙған балаларға бер балғалаҡ та етә.

Сәй
Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут төнәтергә. Гиповитаминоздан, теш ҡаҙнаһы ауыртҡанда, аппетит булмағанда, тире кибеп, төҫһөҙләнеп торғанда эсергә ярай.

Һары умырзая ағыулы, шуға күрә сей яра ауырыуҙары, энтероколит булғанда ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ 12 йәшкә тиклемге балаларға ла бирергә ярамай.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға