«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Психолог – күңел табибы



14.05.2019 Психолог – күңел табибы

Мин – атай кешемен. Ике балам бар. Ҡатыным менән айырылышҡанға ике йыл. Ул – араҡы ҡолона әүерелеп, донъянан ваз кисеп, үҙ тормошо менән рәхәтләнеп йәшәгән кеше. Балаларға килмәй, күрмәй, хәлдәрен һорашмай. Аҡса һорап, араҡы таптырып, миңә шылтыратып ала. Бирәм. Йәлләмәйем. Уның эскелегенең үҙәккә үткәргәнен балалар иҫләй, ахырыһы, сөнки бер ҙә әсәһен һорамайҙар. Егерме йылдай бергә йәшәнек, оло ҡыҙҙың аңлы рәүештә аралашмауын беләм. Ә бына улым... Ул бишенсе класта уҡый. Һис кенә лә әсәһен һорамай. Ә үҙем нимә тип һүҙ башларға ла белмәйем. Бер иптәшем, психологҡа алып бар, тигәс, аптырап ҡуйҙым. Улым псих түгел. Ул бигерәк тә тынысҡа әйләнде, уҡыуы ла, тәртибе лә уртаса, алдараҡ тик яҡшы бил­дәләргә өлгәшһә лә. Үҙем эшләйем, унда-бында байрам­дарҙа эскеләйем, тәмәке тартам. Һәр хәлдә, үҙем белгәнемсә йә­шәргә, балаларҙы ҡарарға тырышам. Ҡатын-ҡыҙҙар, эргә-тирәмә ҡараһам, күбе­һенсә тап минең кеүек, йәғни эсәләр (хатта запой менән) һәм тарталар. Шуға янымда әсәйҙәрен алмаштырырлыҡ ҡатын күрмәйем. Ә психолог улыма нимә менән ярҙам итә ала? Мәк­тәптәге психологҡа алып барырғамы икән?

Юлай.
Өфө.


Баштан уҡ әйтеп үтәйем: һеҙҙең ғаиләгеҙҙә булған бәлә бала­ла­рығыҙҙы ла ситләп үтмәгән. Уларҙың был турала һүҙ ҡуҙғатмауы, әсәләрен һорашмауы уҡ ошо турала һөйләй. Һеҙ юҡҡа ғына борсолмайһығыҙ, Юлай. Йәғни әсәләренең эскелеккә бирелеүе бер-ике көнлөк процесс булмаған бит. Шулай булғас, улар йылдар һуҙы­мында һеҙҙең мөнәсәбәт­тәрегеҙҙең шаһит­ы булған. Һуңғы сиктә һеҙ, ир кеше, ҡатынығыҙҙан айырылғанһығыҙ. Хатта ки, уны йөрәгегеҙҙән йолҡоп алып, ырғытып, онотҡанһығыҙҙыр. Бәлки, ҡотолдом, тип тә ҡыуа­на­һы­ғыҙҙыр. Ул ҡатын – һеҙҙең үткәнегеҙ. Ә бала кеше өсөн был – трагедия. Ҡот осҡос хәл. Сөнки ул әсәй. Ни тиклем алама бул­маһын, эсһенме ул йә тәмәке тартһынмы, нимә генә ҡы­ланмаһын, бала кеше өсөн әсәй әсәй булып ҡала! Бына мин күпме шундай ғаилә менән эшләнем: эскерһеҙ балаҡайҙар өсөн үҙ әсәһе – “иң яҡшы, иң матур, иң ныҡ ярат­ҡаны”! Һәм донъялағы берҙән-бер иң яҡын кеше баланың тормошонан юҡҡа сыға. Ошонан да ҡурҡынысыраҡ ни бар икән был ерҙә, Юлай? Әлбиттә, улар әсәһен ни тиклем юҡһынһа ла, уны һағынһа ла, һеҙҙең менән был хаҡта бүлеш­мәйәсәк. Сөнки уларҙы аңла­мауығыҙ ихтимал. Һеҙҙең эскесе ҡа­тынығыҙ улар өсөн – әсә. Әлбиттә, судтың балаларҙы һеҙҙә ҡалдырыуы һеҙҙең турала яҡшы фе­керҙәр уята. Әммә... Әсә менән бисә араһында ғына төп айырма. Һәр хәлдә, ир кешегә ҡатын табылыр, ә бала өсөн әсәй – шик­ләнәм. Юлай, балағыҙҙың хол­ҡонда, үҙ-үҙен тотоуында үҙгә­рештәр күрә­һегеҙ икән, кисекмәҫтән бел­гестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Психолог һеҙгә үҙенең белгән һәм ҡулланған методикалары аша улы­ғыҙҙың күңел торошон асып бирер, психик үҫе­шенең йәшенә тап ки­леү-килмәүен билдәләр, коррекцион күнекмәләр үткәрер. Һеҙҙең һөй­ләүегеҙ буйынса ғына ла был ситуацияла балаға иғтибар, уның менән шөғөлләнеү кәрәк­леген тоям, шуға күрә һуҙмағыҙ. Ваҡыт ошондай хәл­дәрҙә бик мөһим. Мәктәп психо­логының ваҡыты тар була торған, шуға башҡа үҙәктәрҙән белгес эҙләргә кәрәк. Һәм, Юлай, тағы ла: психологтар психик ауырыуҙар менән эшләмәй, уларҙың йүнәлеше – һау кешеләр. Беҙ – кешеләргә, балаларға улар ауыр хәлдә ҡалғанда, ғазаплы күңел кисе­рештәренән ҡотолорға, дөрөҫ юл һайларға, көрсөклө си­туацияларҙан бөтөнләй юғалтыуһыҙ йә минималь юғалтыуҙар менән сығырға ярҙам иткән белгестәрбеҙ. Кеше күңеле табиптарыбыҙ – психологтар.





Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға