«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Көс-хәл өҫтәүсе шифалы эсемлектәр



08.05.2019 Көс-хәл өҫтәүсе шифалы эсемлектәр

Яҙ – витаминдар етмәүҙән организм хәлһеҙләнгән осор. Түбәндәге эсемлектәр бер аҙ көс өҫтәп, арыуҙан арынырға ярҙам итер. Улар шулай уҡ оло йәштәгеләр өсөн дә файҙалы.


1. Эмалле кәстрүлгә өс өрөк, биш ҡара емеш, өс инжир, бер ҡалаҡ йөҙөм, ике алма, ике лимон киҫәге һалырға. Өҫтөн ҡаплағансы ҡайнаған һыу ҡойоп, 5 – 10 минут талғын утта ҡайнатырға. Иртәнге аш урынына ашарға.
2. Бер йомортҡа һарыһын лимон йә әфлисун һуты һалып иҙергә, бер ҡалаҡ бал ҡушырға. Иртәнсәк ашарға.
3. Бер үк күләмдә алынған бойҙай, һоло, арпаны иҙгестән үткәреп, бер ҡалаҡ онға бер стакан һыу иҫәбенән йылы һыу ҡойорға. 2 сәғәт төнәтергә һәм бал ҡушып эсергә. Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән ярҙам итә.
4. Бер лимонды бер-ике минутҡа ҡайнар һыуға тығып алырға һәм ҡабығы менән ит үткәргес аша үткәрергә. Бер-ике ҡалаҡ бал, әҙерәк аҡ май ҡушырға, яҡшы итеп болғатырға һәм сәйгә ҡушып эсергә.
5. Ҡырғыстан үткәрелгән 150 г алмаға ярты стакан лимон һуты, таҙартылған 10 сәтләүек ҡушырға. Был – бер кеше өсөн көндәлек норма. Мейене туҡландырыу өсөн яҡшы.
6. Бер стакан һолоға 5 стакан һыу ҡойоп, ҡуйырғансы бешерергә. Һөҙөп алғас, шул уҡ күләмдә ҡайнаған һөт ҡушырға. Һыуынғас, 4 – 5 ҡалаҡ бал ҡушып бутарға һәм көнөнә өс-дүрт тапҡыр ярты стакан (әҙерәк тә ярай) эсергә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға