«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Әрем менән дауалау



04.05.2019 Әрем менән дауалау

Көн дә әремдең бер генә япрағын сәйнәгәндә лә күңел болғанып, ашҡаҙан ауыртып тороуҙан барлыҡҡа килгән хәлһеҙлектән ҡотолорға һәм аппетитты күтәрергә мөмкин. Был үҫемлек һалҡын тейҙереү, баш ауыртыуы, киҙеү, бронхит, артрит һәм артроз, радикулит кеүек иң таралған ауырыуҙарҙан арынырға һәм ашҡаҙан, эсәк, бауыр эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә. Шулай уҡ бөтә организмды нығытыу һәм витаминдар менән байытыу йәһәтенән дә уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ күп.

Уны борон-борондан төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланғандар. Әбүғәлисина ла әремдең эфир майын дауалау процедуралары үткәргәндә ҡулланған. Уны һалҡын тейеүҙән, туберкулездан дауалағанда кеүәҫкә, шарапҡа шифалы тәмләткес булараҡ өҫтәгәндәр. Төнәтмәһе менән һөйәктәр, бил ауыртыуын дауалағандар. Организмдан селәүсендәрҙе сығарыу өсөн әрем сәйе эскәндәр. Тағун һәм ваба эпидемияһы ваҡытында йорт эсендәге һауаны зарарһыҙландырыу өсөн әрем төтәткәндәр йә иҙәнгә түшәгәндәр.

Үләндең эфир майы иммунитетты нығыта, нервы системаһын көйләй, ялҡынһыныуға, аллергияға, вирустарға ҡаршы йоғонто яһай, һауаны микроорганизмдарҙан таҙарта.

✔Невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан, сәбәпһеҙ көйәләнеүҙән ун көн әрем ваннаһы ҡабул итергә кәңәш ителә. Бының өсөн 150 г яңы өҙөлгән, йә булмаһа киптерелгән япраҡҡа бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың ҡапҡасын ныҡ итеп ябып, ярты сәғәт тоторға. Һуңынан әҙер төнәтмәне һыу тултырылған ваннаға ҡойорға. Ваннаны йөрәк тәңгәлен һыуға тейҙермәй ултырып ҡына инергә кәрәк. Йыуыныу бүлмәһенең ишеген дә ҡыҫып ҡуйыу хәйерлерәк. Әйткәндәй, был процедура артыҡ майҙы иретеп, уны организмдан сығарырға ла ярҙам итә.

✔Невроздан һәм йоҡоһоҙлоҡтан дауаланыу өсөн махсус яҫтыҡтар эшләргә була. Бының өсөн уның яртыһына – әрем, ҡалған өлөшөнә тигеҙ күләмдә бөтнөк үләне менән ҡомалаҡ тултырырға. Яҫтыҡтан килгән хуш еҫ тиҙ үк йоҡоға тартыр.

✔Көслө баш ауыртыуҙан әремдең эфир майы ярҙам итә. Бының өсөн ҙур булмаған ҡара һоро төҫтәге шешәгә һыу тултырып, бер-ике тамсы эфир майы тамыҙығыҙ һәм ҡапҡасын ябып, яҡшы итеп болғатығыҙ. Баш ауырта башлағас, шуны бер нисә тамсы бинтҡа йә мамыҡҡа тамыҙып, маңлайға, сикәгә һөртөргә һәм яҡшы итеп ыуырға.

✔Бронхиаль астма менән интегеүселәргә тын алыуҙы еңеләйтеү өсөн, оҙайлы йүтәлдән ялҡынһыныуға һәм микробтарға ҡаршы тороу сараһы булараҡ, күкрәк тәңгәлендә әремдең ике тамсы эфир майы ҡушылған хуш еҫ таратыусы һауыт йөрөтөргә ҡушалар.

✔Бал ҡушылған әрем һуты ололарҙың баш ауыртыуын баҫа, ишетеү һәләтен көсәйтә. Уның шулай уҡ гепатиттан да файҙаһы бар.

✔Әрем япрағынан әҙерләнгән төнәтмәнең бауыр, үт юлы, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарынан файҙаһы ҙур. Бының өсөн бер ҡалаҡ кипкән япрағына ике стакан һыу ҡойоп төнәтергә, һөҙөргә һәм тәүлегенә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

✔Бәүел ҡыуығынан таштарҙы сығарыу өсөн 100 г япраҡты бер литр һыуҙа ебетергә һәм ҡайнатып сығарып, 400 г шәкәр өҫтәргә һәм талғын утта ҡуйырғансы тоторға. Уны көнөнә ике-өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

✔Әсе әрем аппетитты күтәрә. Шуға күрә лә уны оҙайлы ауырыуҙан һуң хәлһеҙләнгән, үтә ябыҡҡан ауырыуҙарға тәғәйенләйҙәр. Мәҫәлән, бер үк күләмдә әрем япрағы, меңъяпраҡ һәм ваҡланған бәпембә тамырына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут талғын утта ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп, ашарҙан 20 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.

✔Бал менән лимон ҡушып әҙерләнгән әрем сәйе лә аш эшкәртеү органдарының эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Уны көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсергә кәңәш итәләр.

✔Һалҡын тейеп ауырыуҙың тәүге билдәләре һиҙелә башлау менән һыуға бер-ике тамсы эфир майы тамыҙып, шуның менән тамаҡты сайҡатырға мөмкин. Ғөмүмән, һалҡындан, вирус­тарҙан һаҡланыу өсөн өйҙә кипкән сәскәләрҙән әҙерләнгән гөлләмә араһына бер-ике әрем үләне ҡыҫтырып тотоу ҙа файҙаға ғына.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға