«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Диабетиктарға ҡайын һуты эсергә яраймы?



28.04.2019 Диабетиктарға ҡайын һуты эсергә яраймы?

Ҡайын һутын нисек кенә атап йөрөтмәйҙәр: тере һыу, шифалы эсемлек, бөтә ауырыуҙан дауа, йәшәү һуты, тормош нектары…

Был мөғжизәле эсемлектең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында күптән билдәле. Файҙаһы теймәгән ауырыу юҡ та кеүек хатта. Баш ауыртыуынан, мигрендән арынырға ярҙам итә. Ялҡынһыныуға ҡаршы тороу көсөнә эйә булыуы менән тымау, киҫкен һәм хроник ЛОР-ауырыуҙарҙан файҙаһы ҙур. Радикулит, ревматоид артрит, подагра кеүек ауырыуҙарҙы дауалауҙа ярҙам итә, иммунитетты нығыта. Бәүел ҡыуыу системаһы эшмәкәрлеге боҙолоу арҡаһында барлыҡҡа килгән шешенеүҙән арынырға булышлыҡ итә. Ашҡаҙан һуты һәм ферменттар бүленеүен көйләү сәбәпле, ашҡаҙан өсөн дә файҙалы. Үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булыуы менән иһә бауырҙы таҙарта. Урологтар был һуттың ир-егеттәр өсөн файҙаһы хаҡында ҡабатлауҙан туҡтамай. Косметологтар уны тиреләге һытҡыларҙы, сабыртманы, ялҡынһыныуҙы бөтөрөү өсөн файҙаланырға ҡуша һ.б. Һанай китһәң, файҙаһы, ысынлап та, бик күп. Әммә, ҡайын һуты эсәм дә, бөтә ауырыу ҙа юҡҡа сыға, тип уйларға ярамай. Ул теге йәки был ауырыуҙы дауалауҙа ярҙам ғына итә. Шуға күрә лә уны белгестәр башҡа дауалау ысулдары менән бергә ҡулланырға саҡыра.

Ҡайын һутының шифаһы хаҡында «Йәшлек» гәзитенең «Сәләмәтлек» битендә күп тапҡыр яҙғаныбыҙ булды. Бөгөн иһә бер нисә һорауға ғына асыҡлыҡ индереп үтәйек.

Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һуты эсергә яраймы?


Эскәндә ул бер аҙ шәкәрле һымаҡ тойола. Шуға күрә лә шәкәр диабеты менән ауырыусылар, эсергәме-юҡмы, тип икеләнеп ҡала. Әммә уның составында шәкәр ни бары 0,5 – 2 процент ҡына. Уныһының да күп өлөшө – фруктоза. Витаминдарға һәм тере кислоталарға бай һут шәкәр диабеты менән ауырыусыларға үтә лә файҙалы. Шуға күрә, эсергә яраймы, юҡмы, тигән һорауға яуап бер – эсергә кәрәк! Өҫтәүенә, уның составында булған фруктоза тәбиғи шәкәрҙән күпкә яҡшыраҡ. Шунлыҡтан уны 2-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла эсергә мөмкин.
Был эсемлектең иң төп шифаһы – составындағы калий. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһап, организмда матдәләр алмашыныуына булыш­лыҡ итә.
2-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ҡайын һутының яңы ғына алынғанын эсергә кәрәк. Көнөнә күпме эсергә, артыҡ сикләүҙәр юҡ. Шулай ҙа 500 – 600 мл етәлер. Иң яҡшыһы – ашар алдынан эсергә. Диабет менән ауырыусыларға берҙән-бер сикләү – аллергия. Ә уның самаһыҙ ҡулланыуҙан ғына булыуы ихтимал. Ҡайын һутын күпләп ҡулланғанда ашҡаҙан-эсәк трактына, тирегә, эндокрин системаһына кире йоғонто яһауы мөмкин. Шунлыҡтан табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.

Бөйөрҙә, бәүел һәм үтҡыуығында таш булғанда…


Бындай ауырыуҙарға ҡайын һутын эсеүҙән тыйылып торорға кәрәк, сөнки ул бәүел һәм үт ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Шул арҡала таштарҙы ҡуҙғатып ебәреүе ихтимал.


Гастрит менән яфаланыусыларға…


Гастроэнтерологтар гастритты дауалағанда халыҡ медицинаһына таянып, үҙҙәре үк был экологик таҙа тәбиғи һутҡа иғтибар итергә ҡуша. Ике-өс аҙна буйы ҡайын һуты эсеү аш эшкәртеү процесын яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк ауырыу­ҙарынан файҙаһы һиҙелерлек була. Гастритты дауалауҙа сиргә киҫкенләшергә юл ҡуймай, шул сәбәпле ауырыу кеше дарыуҙы әҙерәк ҡулланасаҡ. Был шифалы эсемлек ауырыуҙың билдә­ләренән ҡотолорға һәм дөйөм хәлде яҡшыртырға ярҙам итә. Гастриттан дауаланыу курсы – 2 – 3 аҙна. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15 минут алда берәр стакан эсергә тәҡдим ителә. Тик һут оҙаҡ һаҡланырға тейеш түгел. Ғөмүмән, уны һыуытҡыста ике тәүлектән артыҡ һаҡларға ярамай. Оҙаҡ ултырғанының бөтә файҙалы үҙенсәлеге юҡҡа сыға һәм уны эсеү сәләмәтлеккә зыян ғына килтереүе ихтимал.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға