16.04.2019
Ҡыуанысыбыҙ – хәүефкә...
йәки Бәләкәй генә бөжәк ҙур ҡазаға килтермәһен
Яҙҙы һәр кем ҡыуанып, ашҡынып көтөп ала. Гөрләүектәр ағыуы, ҡоштарҙың ҡайтыуы, ағастарҙың бөрөгә тулышыуы – үҙе бер илаһи мәл. Тәбиғәттең уяныуы күңелдәрҙе күтәрә, урманға, йылға-күл буйҙарына әйҙәй. Әммә унда беҙҙе бәләкәй генә бөжәк ҡиәфәтендә ҙур бәлә һағалап тороуы ихтимал. Ул барыбыҙға ла яҡшы таныш – талпан. Үрмәкселәр отрядына ҡараусы был бөжәктең ҙурлығы ни бары 0,1 – 0,5 мм. Бик һирәк кенә 3 миллиметрға еткәндәрен осратырға мөмкин. Талпандар ашамайынса өс йылға тиклем йәшәй ала. Әммә мөмкинлек булғанда туҡтауһыҙ ашап, үҙенең ауырлығын 120 тапҡырға тиклем арттырырға һәләтле. Улар, күҙҙәре булмаһа ла, ҡорбанын 10 м алыҫлыҡтан еҫ буйынса һиҙә һәм ағаслыҡта, ҡыуаҡлыҡта йәшеренеп көтөп тора.
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс булған төрлө сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй.
Төрлө сығанаҡ буйынса, талпан 60-ҡа яҡын ауырыу тарата. Ҡанэскес ҡаҙалған осраҡта, энцефалит вирусы, талпан боррелиозы, эрлихиоз, листериоз, риккетсиоз, спирохетоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал.
Иң ҡурҡынысы – талпан энцефалиты. Ул үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡул, муйын мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтерә. Иң хәүефлеһе – ауырыуҙың билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң бер-ике аҙна үтмәйенсә беленмәүе лә бар. Энцефалиттың да, талпан боррелиозының да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт температура күтәрелә, баш, муйын ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора башлай, хатта көҙән йыйыра. Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр күҙәтелһә, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һаҡланғанды
Хоҙай һаҡлар
Ғәҙәттә, талпан ҡорбанын урман ситендәге ҙур булмаған ҡыуаҡлыҡта йәиһә бейек үләндә һағалай. Бик һирәк кенә ағастан төшә. Шунлыҡтан паразиттар күпләп йыйылған дымлы, ҡараңғы һәм ҡуйы үләнле урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ, йәш ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарына, уҫаҡлыҡҡа яҡын бармағыҙ. Ел, ҡояш булған урында талпандар ҙа әҙерәк. Был ҡанэскестәр иртәле-кисле айырыуса әүҙемләшә, эҫелә һәм көслө ямғыр ваҡытында уларҙың кешегә ташланыу ҡурҡынысы кәмей.
Урманға барғанда кейемгә иғтибар итергә кәрәк. Тәнде тотош ҡаплап торғанына өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Талпан йәбешә алмай, шыуып төшөп китһен өсөн өҫкө кейемдең шыма туҡыманан булыуы яҡшыраҡ. Башығыҙҙы ла ҡапларға онотмағыҙ. Талпандарҙың үләндән дә эләгеүен иҫәпкә алып, салбарҙы эскә ҡыҫтырып, резина итек кейегеҙ. Үҙегеҙ менән һаҡлаусы кремдар, спрейҙар ҙа алығыҙ.
Йөрөп ҡайтҡас, өҫ-башты яҡшылап ҡарап сығырға кәңәш ителә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә ул кейемгә йәбешә һәм, ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп, өҫкә үрмәләй. Бына ни өсөн өйгә ҡайтҡас, өҫ-башты ҡаҡҡылап алыу зарур.
Талпандың яратҡан урындары – ҡолаҡ арты, елкә, терһәктең эске яғы, ҡултыҡ аҫты, ҡорһаҡ, тубыҡтың эске яғы. Ҡаҙала ҡалһа, уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрегеҙ. Әлбиттә, бик һаҡ эш итеү талап ителә – башы йә кәүҙәһе өҙөлөп ҡалмаһын. Алғас, урынына йод, одеколон, спирт һөртөргә онотмағыҙ. Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.
Ҡаҙалһа, нимә эшләргә?
1. Талпандың күренеп торған осона көнбағыш майы һөртөгөҙ. Тын алыу юлдары ҡойроғонда урынлашыу сәбәпле, уға тын алыу ауырлаша башлаясаҡ һәм күпмелер ваҡыттан үҙенән-үҙе килеп сығасаҡ. Бик тә булмаһа, ипләп кенә тартып алығыҙ.
2. Көнбағыш майы урынына кәрәсин һөртөргә лә була. 10 – 15 минуттан талпан төшөргә тейеш.
3. Ҡаш йолҡа торған ҡыҫҡыс менән әкрен генә сәғәт теленә ҡаршы бороғоҙ.
4. Талпанды тартып алыу өсөн шприц ҡулай. Бының өсөн уның өҫтөн мөмкин тиклем тигеҙ итеп ҡырҡып алырға, ҡырҡылған яғы менән бөжәк ҡаҙалған урынға ҡуйып, өҫкә һурҙырырға. Баҫым аҫтында ул еңел генә тартып алынасаҡ.
5. Талпанды сығарғанда биткә битлек кейеү мөһим, сөнки бөжәк һытылһа, ҡаны менән бергә һауаға вируслы аэрозоль тарала һәм ул тын алыу юлдарына инеп, аллергия тыуҙырыуы ихтимал.
6. Тартып алғанда башы өҙөлөп, тире аҫтында ҡалһа, шул урынды спиртлы мамыҡ йәиһә бинт менән һөртөгөҙ, аҙаҡ стерилләнгән энә менән тартып сығарығыҙ.
Һуңынан талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ йәиһә яндырығыҙ.
Талпан ҡаҙалған урында ҡыҙыл тап барлыҡҡа килһә, лимфа төйөндәре ҙурайһа, температура күтәрелһә, баш һәм мускулдар ауыртһа, тәнде сабыртма баҫып алһа, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.