«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һәр саҡ кәрәкле дарыуҙар



03.04.2019 Һәр саҡ кәрәкле дарыуҙар

Парацетамол. Донъяла иң популяр дарыу һанала. Уның нигеҙендә әллә күпме дарыу әҙерләнгән. Мәҫәлән, панадол, эффералган һ.б. Иң беренсе сиратта, уны температураны төшөрөү өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ ауыртыуҙы баҫа, бер аҙ ялҡынһыныуға ла ҡаршы тора. Билдәле кимәлдә балалар өсөн дә зыяны юҡ. Әммә уны бауыры сирле кешеләргә ҡулланырға тәҡдим ителмәй.

Диареянан – лоперамид. Һөҙөмтәлелеге буйынса имодиумдан ҡалышмай, өҫтәүенә, бер нисә тапҡырға арзаныраҡ. Ныҡ эс киткәндә уны тәүҙә 4 мг эсергә ҡушалар, һуңынан 2-шәр миллиграмм да етә.

Аллергиянан – диазолин. Иң боронғо, һыналған дарыуҙарҙың береһе. Ауыртыуҙы, ҡысыныуҙы баҫа, шешенеүҙе кәметә. Уның организмға зыяны юҡ, тип әйтергә була. Хатта балаларға ла 0,05 г күләмендә тәғәйенләйҙәр.

Тынысланыу өсөн – валерьянка. Нервылар ҡуҙғып, тынысһыҙланғанда ярҙамға килер. Тик һөҙөмтәһе бик тиҙ генә булмауы ла мөмкин. 12 йәшкә тиклемге балаларға уны ҡулланырға ярамай.

Йөрәк ауыртҡанда – нитроглицерин. Ул йөрәк ауыртыуын баҫа, ҡан тамырҙарын киңәйтеп, ҡан әйләнешен яҡшырта. Шулай уҡ стенокардия өйәнәген тиҙ бөтөрә. Әммә баш ауыртыуына килтереүе бар.

Юғары ҡан баҫымынан – папазол. Ҡулланыуға төп күрһәткес – гипертония ауырыуҙары һәм стенокардия. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр төймә эсергә мөмкин. 12 йәшкә тиклемге балаларға бирергә рөхсәт ителмәй.

Ағыуланғанда – активлаштырылған күмер. Донъялағы иң популяр сорбент. Ашҡаҙан-эсәк трактындағы токсин­дарҙы сығара. Уны, ғәҙәттә, килеш­мәгән ризыҡ ашап, ҡоҫоп ауырығанда ҡулланалар. Дарыу эсеп ағыуланғанда ла файҙаһы ҙур. 10 кг кәүҙә ауыр­лығына бер төймә иҫәбенән сығып, һыуға һалып иҙеп эсергә кәрәк.

Эс ҡыҫып ауыртҡанда – дротаверин. Икенсе төрлө әйткәндә, барыбыҙға яҡшы билдәле но-шпа. Ныҡ итеп эс ҡыҫып, сәнсеп ауыртҡанда 1 – 2 төймә эсергә кәңәш ителә. Самалап балаларға ла эсерергә мөмкин. Ғөмүмән, был дарыу менән мауығырға ярамай, иң яҡшыһы – табип менән кәңәшләшеп ҡулланыу.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға