«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Кеше нимәнән арый?



02.04.2019 Кеше нимәнән арый?

Арыу, арығанлыҡ һәр кемгә яҡшы таныш. Ул төрлө була: мускулдар һәм тән арыуы, баш эшләмәй башланы, тибеҙ, был иһә баштың арыуын аңлата һәм шулай уҡ эмоциональ арыу ҙа була… Хатта кеше оҙаҡ ял итеүҙән һәм йоҡонан да арый. Ғәҙәттә, хәлһеҙлеккә килтереүсе ниндәйҙер эшмәкәрлекте туҡтатабыҙ икән, арығанлыҡ тойғоһо тиҙ үк баҫылып, организм үҙ хәленә ҡайта. Арыу тойғоһоноң оҙаҡҡа һуҙылыуы юҡҡа түгел, ниндәйҙер ауырыуға бәйле булыуы ихтимал.

Ғалимдар һәм табиптар тарафынан иң ныҡ өйрәнелгәне – мускулдар арыуы. Уның нимә икәнен аңлау өсөн ябай ғына күнегеүҙе эшләп ҡарарға мөмкин. Ҡулдарығыҙҙы ике яҡҡа йәйеп, биш минут шул килеш тороп ҡарағыҙ. Тиҙ арала мускулдарығыҙҙың ауыртыуын тойор­һоғоҙ.
Кеше организмында йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләгән мускулдар бар. Улар умыртҡа бағанаһы янынан үтеп, уға төшкән көсөргәнеште үҙҙәренә алып, формаһын тоторға ярҙам итә. Ятҡан ваҡытта был мускулдарҙың ҡаршы тороу көсө кешенең кәүҙә ауырлығына тиң була, ә кеше баҫып торғанда иһә ике тапҡырға арта. Кискә ҡарай умыртҡа бағанаһының дисктары бер аҙ ҡыҫыла һәм умыртҡа бағанаһының ситенә сығып торған кеүек була. Әммә иртән тороуға улар кире үҙ урынына ҡайта һәм шуға күрә лә иртәнсәк кеше 2 – 3 сантиметрға бейегерәк күренә.

Остеохондроздан йә башҡа сәбәп буйынса умыртҡа бағанаһында үҙгәрештәр булған осраҡта, әлеге мускулдар экстремаль режимда эшләй башлай һәм бының бик насар эҙемтәләргә килтереүе бар.

ү Төнгө ял ваҡытында икеләтә көсөргәнеш менән эшләүсе мускулдар умыртҡа бағанаһы дисктарына үҙ хәленә ҡайтырға ҡамасаулай.
- Туҡтауһыҙ көсөргәнешле эшләүҙән дисктар үҙ формаһын һәм ныҡлығын юғалта башлай. Хатта ситтәре сатнап, араһында бүҫер барлыҡҡа килеүе мөмкин.
- Үҙ формаһын юғалтҡан дисктар тарамыштарҙы ла тарта. Һөҙөмтәлә остеохондроз үҫешә. Туҡтауһыҙ көсөргәнештә торған мускулдар арый һәм ауырта. Оҙаҡ итеп компьютер артында ултырғанда, автомобилдә йөрөгәндә, бер үк позала ятҡанда мускулдарҙың ауыртыуы көсәйә генә.
- Хроник арығанлыҡ барлыҡҡа килә, эшкә һәләтлелек кәмей, кеше депрессияға бирелеүе ихтимал.
- Елкә остеохондрозынан иһә күҙҙәр, хәтер һәм интеллект зыян күрә.
- Мускулдарҙың хроник арыуы тотош организмдың ҡартайыу процесын тиҙләтә.
Был осраҡта үҙеңә генә яраҡлы физик күнегеүҙәр комплексын һайлап алыу мөһим. Айырыуса ҡорһаҡ мускулдарын нығытыусы күнекмәләргә иғтибар итеү кәрәк.

Бынан тыш, бер нисә ҡағиҙәне үтәргә кәңәш ителә.
-Бер үк позала оҙаҡ ултырырға ярамай. Телевизор йә компьютер алдында ултырғанда ярты сәғәт һайын биш минутҡа бүленеп, физзарядка эшләргә онотмағыҙ.
-Мөмкинлек булған һайын ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн ҡулығыҙ йә массажер менән арҡағыҙҙы ыуалап, яҙып алығыҙ.

Әлбиттә, арҡалағы мускулдарға йәйәү йөрөү ҙә файҙалы. Бигерәк тә скандинав йөрөшө. Таяҡтар менән йөрөгәндә аяҡтар ғына түгел, арҡалағы барлыҡ мускулдар ҙа хәрәкәтләнә. Йылдың һәр миҙгелендә лә бының өсөн ваҡыт табырға мөмкин. Теләк кенә булһын. Тәнде яҙыу, ял иттереү, сәләмәтләндереү өсөн айырыуса йөҙөү яҡшы. Шунлыҡтан кемдең мөмкинлеге бар, бассейнға йөрөргә тырышырға кәрәк. Ә инде йәй көндәрендә күберәк ваҡытты йылға-күлдәрҙә, форсаты сыҡҡанда диңгеҙҙә үткәреп, мускулдарҙы ғына түгел, тотош организмды сәләмәтләндереп, бер йыллыҡ көс һәм энергия тупларға мөмкин.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға