«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Иртәне ябай күнекмәләрҙән башлайыҡ



28.03.2019 Иртәне ябай күнекмәләрҙән башлайыҡ

Был күнекмәләр тәнде яҙырға, бөтә мускулдарҙы ла ҡуҙғытырға ярҙам итә.

1. Йөҙ менән ҡояшҡа боролоп, йөрәк тәңгәлендә ҡулдарҙы ус усҡа тура килерлек итеп берләштерәбеҙ. Аяҡтар бергә булырға тейеш.
2. Тын алған ваҡытта ике ҡулды ла өҫкә күтәрәбеҙ. Ҡулдарҙы баш осонда тотҡан килеш әкрен генә артҡа эйелеңкерәйбеҙ.
3. Тынды сығарған ваҡытта алға эйеләбеҙ. Баш тубыҡҡа тейергә, ә ҡулдар иҙәнгә етергә тейеш. Әгәр ҙә улай килеп сыҡмай икән, булдыра алғанса эшләйбеҙ.
4. Тын алған ваҡытта уң аяҡты артҡа һуҙабыҙ, бер үк ваҡытта һул аяҡты тубыҡтан бөгәбеҙ. Тигеҙлекте һаҡлау өсөн бармаҡ остары йәиһә ҡулдар менән иҙәнгә таянырға мөмкин.
5. Тынды сығарған ваҡытта һул аяҡты артҡа һуҙабыҙ, бер үк ваҡытта устар менән иҙәнгә таянып, терһәктәрҙе төҙәйтеп, аяҡ остарына күтәреләбеҙ.
6. Тын алған ваҡытта терһәктәрҙе бөгөп, иҙәнгә яҡыныраҡ киләбеҙ. Әгәр ҙә был хәлдә кәүҙәңде тота алмайһың икән, иҙәнгә ятырға була.
7. Тынды сығарған ваҡытта аяҡ остарын мөмкин тиклем артҡа һуҙып, ҡулдарҙы турайтабыҙ, түште ҡалҡытабыҙ һәм башты еңелсә артҡа ташлайбыҙ.
8. Тын алған ваҡытта сүкәйеп ултырабыҙ һәм арт яҡты күтәрә биреп, бер үк ваҡытта аяҡтарҙы турайтабыҙ һәм яурындар киңлегендә ҡуябыҙ. Башты аҫҡа төшөрәбеҙ, ҡулдар шулай уҡ йәйеп ҡуйылған.
9. Тынды сығарған ваҡытта һул аяҡты алға күсерәбеҙ, ә уң аяҡ артҡараҡ китә.
10. Тын алған ваҡытта уң аяҡты алға күсереп ҡуябыҙ һәм аяҡтарҙы яйлап турайтып, алға эйеләбеҙ.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға