«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ



26.03.2019 Килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында фельдшер булып Йөйәк һылыуы Фирүзә Зәкир ҡыҙы эшләй. Белорет медицина училищеһын тамамлап, 1988 йылда Күмертау үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән ҡыҙға Таймаҫ ауылы егете Йәмил Юлаев бер күреүҙә ғашиҡ булып, беҙҙең ауылға кәләш итеп алып ҡайта. Шул ваҡыттан алып бына 30 йылдан ашыу инде ауыл халҡының күҙ терәп торған табибы ул.

Осҡон сәсеп торған һөйкөмлө ҡарашы менән ҡаршы ала ауырыуҙарын. Һәр береһен иғтибар менән тыңлап, кәңәштәрен биреп, дарыуҙар менән генә түгел, һүҙе менән дә дауалай. Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә уға бик рәхмәтле. Үҙ эшен белеп, яратып, урынына еткереп башҡарыуы арҡаһында халыҡтың ихтирамын да, ышанысын да яулаған. Көн тимәй, төн тимәй, ауылдаштарына ярҙамға ашыға. Тормош иптәше Йәмил Исмәғил улы ла күнегеп бөткән, ашығыс саҡырыу булһа, машинаһы менән кәрәк урынға алып барып та ҡуя.

Ул беҙҙең төп дауалаусыбыҙ ғына түгел, иң оло кәңәшсебеҙ ҙә. Сөнки ауыл советына депутат итеп тә һайланған. Ауыл кешеһе аңлашылмаған һорауҙары менән дә, төрлө проблема килеп тыуһа ла уға мөрәжәғәт итә.

Тормош иптәше менән 30 йыл татыу ғүмер итеп, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Донъялары ла матур. Өй эсендә – гөлдәре, ихатаһында сәскәләре гөрләп сәскә атып ултырһа, эш урынының һәр саҡ таҙалыҡта, тәртиптә булыуы фельдшер киленебеҙҙең уңғанлығы хаҡында һөйләй.





Автор: З. ӘБЙӘЛИЛОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға