«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тубыҡ – кеше кәүҙәһенең иң ауыртҡан урыны



24.03.2019 Тубыҡ – кеше кәүҙәһенең иң ауыртҡан урыны

Кәүҙәнең был өлөшө йәрәхәтләнеп кенә бара. Күптәр бала саҡта ҡолаған һайын тубығы һыҙырылып, ҡанап йөрөгәнен яҡшы хәтерләйҙер. Ҙурайғас та ҡолағанда иң беренсе тубыҡ менән барып төшәһең, һуңынан иһә ул бик оҙаҡ ауыртып тора. Олоғая килә тубыҡтарҙы бөгөүе лә ауырлаша башлай.
Түбәндәге күнегеүҙәр йәрәхәтләнгән тубыҡты яҙырға ярҙам итер, шулай уҡ быуындарҙы нығытыу өсөн дә яҡшы.


1. Бармаҡтар осона баҫып күтәрелеү.

Аяҡтарҙы яурын киңлегенә ҡуйып, тубыҡтарҙы бер аҙ бөгөргә, ҡулдарҙы янбашҡа ҡуйып, бер аҙ алға эйелергә. Шул килеш тыныс ҡына итеп аяҡ остарына күтәрелергә һәм үксәне төшөрөргә. 8 – 10 тапҡыр ҡабатларға.
2. Уң һәм һул аяҡҡа алмашлап бөтә көс менән баҫыу.
Тура итеп баҫырға һәм устарҙы янбашҡа ҡуйырға. Тубыҡтарҙы бөгөп, уң яҡҡа баҫырға. Кәүҙә ауырлығы ла тотош шул яҡҡа күсергә тейеш. Һуңынан кәүҙә ауырлығын һул аяҡҡа күсереп баҫырға. Күнегеүҙе һәр яҡҡа ла 4 – 6 тапҡыр ҡабатларға.
Артабанғы күнегеүҙәрҙе һүрәткә ҡарап эшләргә мөмкин.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға