«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...



18.03.2019 Ожмах – әсәйҙең аяғы аҫтында...

Бала сағым иҫкә төшһә, күҙемә йәштәр төйөлә. Шундай ғаиләлә үҫтем: мине кешегә, хатта балаға һана­мағандарҙыр – эштән баш сыҡманы. Һеңлем менән ҡустымды тәрбиәләү, мал-тыуар ҡарау, өй таҙалау, һауыт-һаба йыуыу, уҡыу – нисек өлгөргәнмендер...
Ул арала өйрәк-ҡаҙ юғалһа, әрләү түгел, туҡ­малаһың! Һәм гел генә миңә эләгер ине. Ғаиләлә оло бала булыу – этлек, тип үҫтем. Ысынлап та, атайымдың мине һөйөп, әсәйемдең яғымлы һүҙ һөйләгәнен һис тә хәтерләмәйем! Тик әр-битәр, ҡул күтәреү, һүгеү. Шуғалыр инде, 8 класты бөтөү менән “һыҙҙым” ҡалаға. Ас йөрөһәм йөрөнөм – ҡайтманым. Ҡайт, һағындыҡ, тигән кеше лә булманы былай. Йылына бер-икене ҡайтҡанда, әсәйем, ҡотолдом тип ҡайтмайһыңдыр, тип әрләр ине. Атайым ғүмер буйы өнһөҙ булды. Ҡустым үҫеп етеп, миндә йәшәп, белем алып, сығып китте, айырым донъяһы, ғаиләһе бар. Һеңлемә лә бар хәлебеҙсә ярҙам иттек, әле ул да кейәүҙә. Әммә улар менән дә аралашыу һалҡынса. Үҙең шылтыратмаһаң – ләм-мим!

Үҙемдең хәҙер ғаиләм, ике ҡыҙым бар. Матур ғына йәшәйбеҙ шикелле. Иремдең, һалҡынһың, тип эсте бошорғанын иҫәпкә алмағанда. Ә ҡыҙҙарымды осондорам, тупылдатып һөйәм, һораған нәмәләрен алып ҡыуандырам. Уларҙың шуҡлыҡтарынан, йүгереп килеп мине ҡосоп алыу­ҙарынан йәнкәйем иреп китә.... Әсәйем беҙҙе ҡосаҡламаны ла, үҙе лә беҙҙән йылы күрмәне... Тәүҙә үпкәм ныҡ, оло тауҙай күп ине уға ҡарата! Һуң, артыҡ булғас, яратып-һөйә белмәгәс, нишләп бала тапҡандыр, тип илаған саҡтарым йыш ине. Хәҙер ҙә бала сағымды иҫләп, алҡымыма килеп тығылған мәлдәрем була... Ғәфү итәм тип тырышһам да, онота алмайым... Үҙем олоғайған һайын эсем боша. Күҙҙәренә ҡарап һорағым килә: ни өсөн мине шулай ҡыйнап үҫтерҙеләр икән? Икенсе яҡтан, улар инде олоғайҙы, тауыштарының да кәре юҡ... Һуң нисек, ҡайһылайтып ҡына күңелемде тынысландырайым? Нисек кисерергә? Өйрәтегеҙ әле... Өләсәйем, ҡартатайым бар бит, тип үҫһендәр ине алтындарым.
Динара, 34 йәш.

Ғәфү итегеҙ, кисерегеҙ атайығыҙҙы ла, әсәйегеҙҙе лә. Әйтеүе еңел, атҡарыуы ауырмы, Динара? Бөгөнгө көндә улар менән аралашырға теләгегеҙ булыуы үҙе үк һеҙҙең ошо йүнәлештә эшләгәнегеҙҙе күрһәтә.

Иң беренсе, әйҙәгеҙ, ғәзиз­дәрегеҙҙең йәштәренә иғтибар йүнәлтәйек. Улар бит йәш булған, әле генә ғаилә ҡорған парҙар – ҡайҙан ғына белһен инде нисек бала тәрбиәләргә икәнен? Кем өйрәтһен уларҙы? Шунан мөмкинлектәрен дә күҙҙән ысҡын­дырмайыҡ. Һеҙҙе бер тотоп һөйөргә ҡара таңдан ҡара кискә тиклем колхоз-совхозда баш күтәрмәй эшләгән йәш ғаиләнең ваҡыты ла етмәгәндер, хәлдәре лә булмағандыр... Нисек булһа ла, ҡайһы бер ситуацияғыҙ хәтерегеҙгә төшөп, күңелегеҙҙе болоҡһота башлаһа, иң беренсе уларҙың “тиреһендә” булып ҡарағыҙ. Аңларға, аҡларға, атай-әсәйегеҙҙең хәленә инергә тырышығыҙ, йәғни ситтән, бөгөнгө көнөгөҙҙән уларға – үткәндәргә байҡау яһағыҙ. Ысынлап та, шул тиклем ныҡ үпкәләрлек булдымы икән әсәйегеҙҙең, атайығыҙҙың мө­нәсәбәте? Улар, Динара, үҙҙәренең йөрәгендә, күңелендә ни бар – шуны биргәндер. Үҙҙәре ниндәй тәрбиә алған, ата-әсәләренән, тыуған йортонан ниндәй багаж менән сыҡҡан – һеҙгә лә сарыфламай шуны еткергәндәрҙер. Яғымлы, яҡшы һүҙҙәр ишетмәгәс, белмәгәс, ҡайҙан алып һеҙгә әйтһендәр һуң? Ошо турала уйлап алығыҙ. Атайығыҙ ҙа, әсәйегеҙ ҙә үҙҙәренсә, үҙҙәре белеп һәм аңлағанса ғына, һеҙҙе һис шикһеҙ яратҡан. Уларҙың телен аңлау кәрәк, бәлки, үҙҙәре ғүмерҙә лә яҡшы һүҙ ишетмәгәс, тап һеҙ көткән йылы-матур-яғымлы һүҙҙәр уларҙың һүҙлегендә бер ҡасан да булмағандыр. Ҡайһы берҙә ата-әсәләр тик әр менән генә үҙҙәренең балаларына һүҙ ҡуша, шул рәүешле улар тураһында ҡайғырта. Аңлайһығыҙмы, ата-әсәләр нимәһе бар – шуны бөтөн генә килеш балаһына бирә.

Бала саҡтағы үпкәләрҙе бәпләп, ғүмер буйы алып йөрөргә ярамай, һаулыҡ өсөн зарарлы. Был турала яҡын кешеләрегеҙ менән, һуң булмаҫ элек, һөйләшегеҙ. Бының өсөн бары тик һеҙ атайығыҙ, әсәйегеҙ менән күрешергә тейешһегеҙ, шулай бит? Нисек һүҙ башларға, нисек уларҙың да бинахаҡҡа күңелдәрен ҡыймаҫҡа – был турала һөйләштек инде.

Динара, бала саҡта һеҙ һайлай алмағанһығыҙ, ә хәҙер һеҙҙең ҡулда һайлау хоҡуғы бар! Бөгөндән үпкә­ләмәҫкә, бала саҡ иленән ал әләм кеүек елберләп килгән “мин – яратылмаған бала”, “мин – туҡмалып үҫкән бала”, “мин шуға ла хәҙер шулаймын!” тигән уй-хистәрҙән ҡотола башлау – һеҙҙең ҡулда. Һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ, кисерегеҙ. Һеҙгә тормош, йәшәйеш бүләк иткән иң яҡын кешеләрегеҙҙең фатихаларын алып, артабан бәхетле ғүмер итегеҙ, һылыу.





Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға