«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы



16.03.2019 Ҡабаҡ орлоғо – ир-егеттәр ризығы

Билдәле булыуынса, ир-егеттәр организмы өсөн бик кәрәкле элемент – цинк сығанағы булараҡ, уларға туҡланыу рационына ҡабаҡ орлоғон индереү файҙалы.

Олоғая барған һайын көслө заттың күбеһе простата биҙенең ялҡынһыныуы менән интегә һәм уны дауалау өсөн йыш ҡына операция талап ителә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ҡабаҡ орлоғо ашарға кәрәк. Мәҫәлән, ярты килограмм ҡабаҡ орлоғон таҙартып, ит үткәргестән үткәрергә һәм 250 г шыйыҡ бал ҡушып бутап, шарҙар әүәләргә. Уларҙы быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға һәм һәр иртән ашарҙан ярты сәғәт алда берәүҙе һурырға.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға