«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Остеохондроздан дөгө кеүәҫе



14.03.2019 Остеохондроздан дөгө кеүәҫе

Тоҙ ултырыуҙан быуындар, бил һәм елкә ауырта. Остеохондрозды еңел генә дауалап булмай, әммә ауыртыуҙы баҫып, хәлде еңеләйтергә мөмкин. Дөгө кеүәҫе организмдан тоҙҙарҙы ҡыуырға ярҙам итә.

Бер литр ҡайнатып һыуытылған һыуға дүрт ҡалаҡ дөгө, өс ҡалаҡ шәкәр һәм ҡара төҫтәге биш йөҙөм һалырға. Яҡшы итеп болғатып, дүрт көнгә төнәтергә ҡуйырға. Ныҡ эҫелә өс көн дә етә. Һөҙөп алынған кеүәҫте шешәләргә ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Был шифалы эсемлекте көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Икенсе тапҡыр кеүәҫте тәүгеһенең ҡалдығынан эшләргә ҡушыла. Йәғни ҡалған дөгөгә бер литр һыу, өс ҡалаҡ шәкәр һәм дүрт йөҙөм өҫтәргә һәм ғәҙәттәгесә төнәтергә. Өсөнсө тапҡыр кеүәҫ әҙерләү өсөн дә шул ҡалдыҡты ҡулланырға ярай, тик был юлы ике ҡалаҡ дөгө, ике ҡалаҡ шәкәр һәм өс йөҙөм өҫтәргә онотмағыҙ.

Был кеүәҫ организмға дөгө менән таҙарыныу ысулы кеүек йоғонто яһай. Өҫтәүенә, уны әҙерләүе лә еңел. Йәйге эҫелә һыуһынды ҡандырырға ла бик шәп. Уны айлап эсергә кәңәш итәләр, шунан бер аҙ ял итеп алырға була.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға