02.03.2019 Сәләмәтлекте нығытыуға нимә булышлыҡ итә?
Күҙ күрә, үпкә тын ала, аяҡтар йөрөй, ашҡаҙан үҙ эшен башҡара, йөрәк тибә – быларҙы, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Айырыуса йәш саҡта сәләмәтлек хаҡында уйламайбыҙ ҙа, хәстәрлек тә күрмәйбеҙ. Ә бит гел улай ғына дауам итмәүе лә ихтимал… Тора-бара ниндәйҙер орган йә система ҡаҡшай башлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә һуң? Сәләмәтлекте нимә нығыта?
1. Ҡосаҡлашыу
Йоҡлар алдынан яратҡан кешегеҙҙе ҡосаҡлап, организмығыҙға иркен тын алырға, мейегә проблемалар хаҡындағы уйҙарҙан арынырға булышлыҡ итәһегеҙ. Йоҡо ла күпкә тыныс һәм нығыраҡ буласаҡ.
2. Бесәй
Өйөндә дүрт аяҡлы бындай дуҫы булғандарҙың йөрәк менән бәйле проблемалары – ике тапҡырға, инфаркт кисереү хәүефе өс тапҡырға кәмерәк.
3. Йәйәү йөрөү
Көн һайын бер нисә саҡрым атлап үтеү ҡан тамырҙарын, үпкәне, мускулдарҙы нығыта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен 1/4 тапҡырға кәметә.
4. Әфлисун һуты
Даими рәүештә был һутты эсеү остеопороздан һәм һимереүҙән һаҡлай.
5. Бал
Был тәбиғи аҙыҡ баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта. Шунлыҡтан ололар өсөн дә, балаларға ла берҙәй файҙалы.
6. Диңгеҙ
Статистика буйынса, диңгеҙгә яҡын йәшәгән кешеләр әүҙем тормош алып бара һәм стресҡа бирешмәй. Сағыштырмаса улар һирәгерәк ауырый ҙа.
7. Һыу
Организмға көнөнә 8 стакан һыу талап ителә. Тимәк, эске килмәһә лә эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуһағанығыҙҙы тояһығыҙ икән, организм дөйөм ауырлыҡтан бер процент һыуҙы юғалтҡан тигән һүҙ. Ә ун процентты юғалтыу ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.