«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек



01.03.2019 Йөрәк өсөн файҙалы биш эсемлек

1. Һыу. Организмға һыу етмәгәндә, ҡан ҡуйыра башлай һәм йөрәккә уны тәндең бөтә өлөштәренә ҡыуҙырыу ауырлаша. Һөҙөмтәлә йөрәк ишемия ауырыуы һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең көсәйеү хәүефе арта.

2. Йәшел сәй организмды ялҡынһыныу процестарынан һаҡлаусы, ирекле радикалдар барлыҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһаусы антиоксиданттарға бай. Улар ҡара сәйҙә лә бар, әммә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәшелендәгеһенең йоғонтоһо көслөрәк.

3. Ҡыҙыл шарап. Унда ҡандағы холестерин кимәлен кәметеүсе һәм тромбтар барлыҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһаусы ресвератрол, полифенол кеүек матдәләр табылған. Даими рәүештә әҙләп кенә ҡыҙыл шарап эсеү ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте зарарланыуҙан һаҡлаусы яҡшы холестериндың күләмен күтәрә, тигән фараздар ҙа бар.

4. Гранат һуты. Калифорния ғалимдары асыҡлауынса, гранат һутында антиоксиданттар күләме йәшел сәй менән шарапҡа ҡарағанда өс тапҡырға юғары. Бынан тыш, ул тынысландырыу көсөнә эйә, ҡан баҫымы кимәлен төшөрә һәм ҡан әйләнешен яҡшырта.

5. Ҡәһүә. Уға ҡағылышлы күп кенә уйҙырмаға ҡарамаҫтан, кеше ғүмерен һаҡлаусы аҙыҡтар иҫәбенә инә. Был эсемлекте даими ҡулланғанда, инфаркт һәм инсульт хәүефе 20 – 40 процентҡа кәмей.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға