«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тырнаҡтар нилектән һына?



27.02.2019 Тырнаҡтар нилектән һына?

Миңә 18 йәш. Ҡыҙ кешенең һәр яҡлап матур булғыһы килә. Әле бер проблема борсой: ниңәлер һуңғы ваҡытта тырнаҡтарым һына башланы. Матур итеп лак һөртөп кенә йөрөтәм тиһәң, һына ла ҡуя. Бәлки, уларҙы берәй нисек нығытып булалыр. Кәңәш бирһәгеҙ, бик шат булыр инем.
Ләйлә.


Тырнаҡтарҙың һыныуының сәбәбе – авитаминоз, анемия йә көнкүреш химияһы булыуы мөмкин. Ҡанға анализ тапшырып ҡарарға кәрәк. Гемоглобин түбән булһа, уны күтәреү сараһын күрергә тура киләсәк. Витаминдар менән дауаланыу курсы үтергә, йә булмаһа күберәк алма, гранат, сөгөлдөр, ит ашарға. Һауыт-һабаны тик резина бирсәткәләр кейеп кенә йыуырға тырышығыҙ. Төнгөлөккә тырнаҡтарға лимон кислотаһы йә диңгеҙ тоҙо иретмәһе ҡушылған ванна эшләргә мөмкин.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға