22.02.2019
Тиҙҙән мужиктар байрамы...
Тиҙҙән мужиктар байрамы
Нимә бүләк итәбеҙ?
Әллә инде был байрамды
Онотоп уҙып китәбеҙ?
Нәски, башалтай - не вариант,
Байрам һайын бирелә.
Кемдәр нимә бирә икән
Ҡәҙерле ирҙәренә?
Дуҫ ҡыҙымдан һорағас,
Бик тиҙ яуабын тапты:
"Бер нимә лә бирмәйем быйыл,
Зарплатаһы әҙ ҡайтты.
Утҡа, газға, һыуға етмәй,
Садикка түләһе бар.
Аҡсаһы өс тин сыға,
Еще бүләген дә ал.
Жирно булыр, обойдется,
Мин уға үҙем бүләк.
Минең кеүек ҡатындар
Булһа ла, бик ныҡ һирәк".
Икенсе дуҫым йылмайып:
Сәс турайтҡысы тине.
Сөнки үҙе үткән йылда
Шуроповерт миңә бирҙе!
Хәҙер шулай яйлаштыҡ,
Бүләктәр эшкә ярай.
Баш ватып та тораһы юҡ,
Һәр кем кәрәген һайлай".
Өсөнсө дуҫым иренә
Була хушбый бүләк итмәк.
Сөнки уға "AVON"да,
План тултырырға кәрәк.
Уйланырға ваҡыт та аҙ,
Тиҙҙән бит байрам етә.
Дуҫтар, кемдәр ирҙәренә
Нимә бүләк итә?
??????