«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ



14.02.2019 Атай-әсәйегеҙҙең теләктәренә ҡаршы төшмәгеҙ

Үҙем баш ҡалала йәшәйем. Күптән яңғыҙмын. Атайым ме­нән әсәйем йыраҡта. Улар 90-ға етеп бара. Яңыраҡ яндарына ҡайтып килдем. Бөгөнгө көнгә тиклем тыныслана алмайым: кипкәндәр, һурыҡҡандар, йонсоғандар... Ике аҙна элек кенә әсә­кәйемдең биттәре алһыу­ланып ҡына тора ине бит! Туғандарым да, мин дә етеш йәшәйбеҙ, аллаға шөкөр, ата-әсәйемә ҙур рәхмәт! Тик... Килмәйҙәр! Ҡыбырлатып алып сығып булмай йорттарынан. Әле йәйгеһен бер аҙна миндә ҡунаҡта булдылар. Шул ваҡытта ла икеһе лә, күҙҙәрен асыу менән: “Ҡайтабыҙ, ауылға алып бар. Етте, бында үлергәме ни”, – тип аптыраттылар. Бер нәмәбеҙҙе лә йәлләмәйбеҙ, йүгереп кенә, өлтөрәшеп торабыҙ – юҡ! “Үҙ өйөбөҙҙә үлгебеҙ килә”, – тип тылҡыйҙар. Улар үҙҙәрен ҡарай, бер-береһенә терәк, уныһын беҙ, балалары, аңлайбыҙ. Шулай ҙа, әгәр улар эргәмдә булһа, шәхсән миңә тынысыраҡ булыр ине. Ошо барғанда әсәйем үлемтектәрен ҡайҙа һалғанын күрһәтте, тәфсирләп, ҡайҙа күмергә кәрәкте аңлатты... Илаһам, йыуатты ла: “Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай, балам, илама, әле теребеҙ бит”, – тип кеткелдәп көлгән булды. Йоҡом – йоҡо, ашым аш түгел. Борсолам. Ҡурҡам. Илайым. Нисек кенә яныма алып килергә икән ғәзиздәремде?
Мәфрүзә апайығыҙ.

Нисек алып килергә уйлайһығыҙ һуң, апай? Көсләпме? Һөйрәпме? Ғүмер буйы йәшәгән ерендә үлергә хоҡуҡтары барҙыр, шулай бит? Һеҙ ҙә быны аңлайһығыҙ, рәхмәтле балалар бу­лараҡ, атай-әсәйегеҙҙең һүҙен йыҡ­майһығыҙ. Илаһағыҙ ҙа, борсолһағыҙ ҙа, уларҙың теләктәренә ҡаршы барып булмай. Һеҙҙең борсолоуығыҙ ҙа аңлашыла – ошо донъяны бүләк иткән иң ҡәҙерле кешеләрегеҙ бит улар! Әммә йәшәйештең үҙ ҡанундары: килмәк бар – китмәк бар. Минең һүҙҙәрем һеҙҙең күңел кисерештәрегеҙҙе еңеләйтмәҫ, шулай ҙа... Мәфрүзә апай, атайығыҙ менән әсәйегеҙ ғүмер буйы бергә булған, тормош йөгөн тиң тартҡан, алты бала үҫтергән – ошо бәхеттер бит? Уларға һеҙҙең яҡтан ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә, ярҙам ҡулы һуҙыла – был уларҙың ҡартлығын тағы ла йәмләй. Бик бәхетле һеҙҙең атайығыҙ һәм әсәйегеҙ. Үлем тураһында улар тыныс һөйләгәс, зинһар, һеҙ ҙә үҙегеҙҙе ҡулға алырға тырышығыҙ. Иғтибар менән тыңлағыҙ: әсәйегеҙҙең күңеле тыныс булһын, ул һеҙҙең аңлағанығыҙҙы күрһен. Иң мөһиме – уларға күберәк ваҡыт бүлеү, яндарында булыу. Һәм күңел тө­шөнкөлөгөнән ҡотолоу. 100-гә етеп, үтеп киткәндәр ҙә бар, ә бәлки һеҙҙекеләр ҙә шулар араһындалыр? Тормошта ни генә булмай, шулаймы, Мәфрүзә ханым? Нисек тә яҡын­дарығыҙға йәшле ҡарашығыҙҙы күрһәтмәгеҙ, ныҡ һәм сабыр булығыҙ. Алда нисек һәм нимә булырын бер кеше лә әйтә алмай. Ҡабаландырмағыҙ ваҡытты, зинһар.





Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға