«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » XXI быуат сире



08.02.2019 XXI быуат сире

Онкология сирҙәре көндән-көн нығыраҡ тарала бара, хатта бөтә донъяны баҫып килә, тип әйтергә мөмкин. Был ауырыуҙың халыҡта ҙур ҡурҡыу уятыуын да аңларға була: яман шештән үлеү осраҡтары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан ҡала, икенсе урында килә. Әммә йылдан-йыл уны дауалау ҙа һөҙөмтәлерәк була бара. Яңы медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, операция алымдары ҡулланыла. Һөҙөмтәлә күптәргә ваҡытында ярҙам күрһәтелә һәм улар һауығып, аяҡҡа баҫа.


Ауырыуҙың сәбәптәре



Онкология ауырыуҙарына организм күҙәнәктәренән барлыҡҡа килгән яман шештәрҙе индерәләр. Был күҙәнәктәр бик тиҙ тарҡалыу һәм таралыу һәләтенә эйә. Һис һүҙһеҙ, рак – иң ҡаты ауырыуҙарҙың береһе һәм уның хаҡында мөмкин тиклем күберәк белеү мөһим.
Онкология сирҙәренең сәбәптәре күп һәм төрлө:
– тәмәке тартыу;
– алкоголле эсемлектәр ҡулланыу;
– тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы;
– ионлы нурланыуҙың тәьҫире;
– канцероген матдәләрҙең йоғонтоһо;
– ағыулы матдәләрҙең организмға зыяны;
– гормондар үҙгәреше (һөт биҙҙәре яман шеше үҫешеүҙә эстрогендың роле билдәле);
– оҙаҡ ваҡыт ультрафиолет нурҙар аҫтында ҡалыу (ҡояш нуры, солярий);
– вирустар (В, С гепатиты вирустарының бауыр яман шешенә килтереүе ихтимал);
– тиреләге есемдәрҙең йәрәхәтләнеүе (миңдәр, сөйәлдәр) һәм оҙаҡ ваҡыт йүнәлмәүсе асыҡ яралар;
– дөрөҫ туҡланмау.
Онкология ауырыуҙарының организмда тиҫтә йылдар үҙҙәрен һиҙҙермәй генә үҫешеүе ихтимал. Нәҫелдән күсәгилешлек тә яман шешкә этәргес булыуы бар.

Тәүге билдәләре



Бөтә шештәр ҙә зыянһыҙға һәм зыянлыға бүленә. Зыянһыҙҙары (киста, липома) ор­ганизмдың функцияһын боҙ­майынса, уратып алған туҡымаларҙы этәреп үҫә. Ә зыянлылары туҡыманың эсенә үтеп инеп, уға һәм ағзаның бөтә функция­һына зыян килтереп, тотош организмды ағыулай.
Онкология проце­сының тәүге бил­дәләрен кеше, ғәҙәттә, икенсе ауырыуҙың билдәләре йә дөйөм хәлһеҙлек тип ҡабул итә. Әммә бер ниндәй сәбәпһеҙ түбәндәге торош күҙәтелә икән, хә­үефләнергә урын бар:
– даими хәлһеҙлек;
– тиҙ арып барыусанлыҡ;
– йоҡоһоҙлоҡ;
– организмдан сыҡҡан тәбиғи бүленделәрҙә ҡан таптары күренеүе;
– тирелә йә тире аҫтында ҡаты төйөр барлыҡҡа килеү;
– ашҡаҙан тирәһенең борсоп тороуы, аппетит юғалыу;
– бер ниндәй сәбәпһеҙ ябығыу;
– төрлө урында элек булмаған ауыртыу барлыҡҡа килеү;
– йүтәл һәм күкрәк ситлегендәге ауыртыу, ҡан йүткереү.
Ошо билдәләр күҙәтелә икән, мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа күренергә.


Сирҙе асыҡлау ысулдары



Иң беренсе сиратта флюорография һәм рентген тикшереүе, УЗИ үткәрелә. Ентеклерәк тикшереү талап ителгәндә компьютер һәм магнит-резонанс томо­графияһы тәғәйенләнә.
Эндоскопия тикшереүе – орган­дарҙың лайлалы ҡат­ламын зарарлаусы яңы барлыҡҡа килгән яман шештәрҙе иң иртә диагностикалау алымы (фиброгастродуоденоскопия, цистоскопия, брон­хоскопия, колоноскопия). Шулай уҡ онкомаркерҙарҙы асыҡлау, йәғни яман шеш менән синтезлашыусы ҡандағы ҡатмарлы аҡһымдарҙы асыҡлау үткәрелә. Барлығы 20-гә яҡын онкомаркер билдәле.

Нисек һаҡланырға?



aШештең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймауҙа иң мөһиме – йәшәү рәүешен үҙгәртеү. Насар ғәҙәттәрҙән арыныу, физик әүҙемлекте көсәйтеү. Кәүҙә ауырлығын да нормала тотоуҙы хәстәрләргә кәрәк, артығын ашамаҫҡа. Туҡланыу рационында күберәк йәшелсә-емеш булырға тейеш, тоҙҙо, ҡаҡланған, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙы кәметергә.
aҠыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡланырға, тирене һаҡлау буйынса ла саралар күрергә.
aҺәм, әлбиттә, йышыраҡ по­ликлиникаға йөрөргә. Ҡатын-ҡыҙҙарға йыл һайын – гинекологҡа, ир-егеттәргә урологҡа күренеп торорға кәңәш ителә. Кәрәк икән, махсус тикшереү үтергә һәм онкомаркерға анализдар тапшырырға. Йылына бер тапҡыр мотлаҡ флюорография үтергә.
Был саралар яман шеште тәүге стадияһында асыҡларға һәм ваҡытында дауалау тәғәйенләргә булышлыҡ итәсәк.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға