22.01.2011 Йылытыусы компресты нисек әҙерләргә?
Дарыуханаларҙа бөгөн ниндәй генә препарат юҡ. Шулай ҙа борондан килгән дауалау алымдары әлегәсә киң ҡулланыла. Шуларҙың береһе – йылытыусы компресс. Ул нисек әҙерләнә һуң?
Дүрткә-алтыға бөкләнгән марля йәки таҙа аҡ сепрәк, эҫе һыу йәки араҡы, сода йәки башҡа төр иретмәлә сылатылып, ауыртҡан урынға һалына. Шунан һуң өс-дүрт ҡат марля йәки сепрәктең ситтәренән артып торорлоҡ итеп компресс клеенкаһы йәки балауыҙланған ҡағыҙ менән ҡапларға кәрәк. Быларҙың бөтәһе өҫтөнә ҡалын итеп мамыҡ ябып, тығыҙ итеп бинт менән тәнгә урала. 8 – 10 минуттан һуң уны алырға кәрәк. Был ваҡыт эсендә клеенка аҫтындағы туҡыма еүеш килеш ҡалырға тейеш.
Ике-өс сәғәттән һуң ошондай уҡ компресты ҡабатларға мөмкин. Тәнәфес ваҡытында ауыртҡан урын йылы ҡоро сепрәк менән ябыла. Тән ялҡынһынмаһын өсөн ауыртҡан урынды май (вазелин, ланолин) менән майлау бик яҡшы.
Йылытыусы компресс ауыртҡан урынға ҡан килеүен көсәйтә, ауыртыу бөтә, шеш тиҙ ҡайта. Компрестың ыңғай тәьҫирен иҫәпкә алып, табиптар уны организм йәки туҡымаларҙың был өлкәһе шешкәндә, ҡан һауғанда тәҡдим итә.