06.02.2019
Киҙеүҙән һәм вируслы инфекциянан нисек һаҡланырға?
Киҙеү күптән инде кешеләрҙең сәләмәтлегенә, хатта ғүмеренә хәүеф тыуҙырыусы глобаль инфекцияға әүерелгән. Халыҡ иҫәбенең артыуы, илдәр һәм ҡитғалар араһындағы бәйләнештәр нығыныуы был ауырыуҙың киң таралыуына булышлыҡ итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман медицинаһы ныҡ үҫешеүгә һәм санитар-эпидемиологик хеҙмәттәр тарафынан етди саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, был инфекцияны әлегәсә еңә алмайҙар. Эш шунда, киҙеү вирусы йылдан-йыл көсәйә һәм мәкерлерәк була бара. Элегерәк табиптар киҙеүҙең А тибындағы эпидемияһы хаҡында ғына һүҙ алып барһа, йылдан-йыл уларҙың тағы ла ҡурҡынысыраҡ төрҙәре барлыҡҡа килә: «испан», «азия», «гонконг», «ҡош киҙеүе» һ.б. Быйыл иһә Грузияла «сусҡа киҙеүе» таралыуы һәм уның бер нисә кешенең ғүмерен алып китеүе хаҡында яҙҙылар.
Бер ҡыш та киҙеүһеҙ үтмәй, ахыры. Быйыл ул бер аҙ һуңланы һымаҡ. Ғәҙәттә, ҡыш башланыу менән киҫкен респиратор ауырыуҙар менән вируслы инфекциялар ҡотора башлай ине, әле уның иң киҫкен осоро ғинуарға тура килде. Кемдәрҙер – кинәт кенә йүтәл барлыҡҡа килеүенә, тамаҡ төбөндә нимәнеңдер тик тороуына, икенселәр тымауҙан танау ярылып килеүенә, баш ауыртыуына зарлана. Берәүҙәрҙә тән температураһы юғары булһа, икенселәрҙә ул 37,2 – 37,3-тән артмай. Һәр осраҡта ла хәлһеҙлек, ятҡы ғына килеп тороу күҙәтелә. Әйткәндәй, тымау ҙа, йүтәл дә тиҙ генә үтмәй. 2 – 3 көндә шәбәйеп аяҡҡа баҫырмын, тип өмөтләнеү ҙә бушҡа ғына.
Әлбиттә, табиптар бөтәһенә лә «киҙеү» тигән диагноз ҡуймай. Ғөмүмән, улар бындай диагнозды ҡуйып та бармай шикелле. Күберәк, киҫкен респиратор ауырыу, тип баһалайҙар. Халыҡ телендә инде, шундай һалыу бар, тип әйтәләр. Нисек кенә булмаһын, быйыл сирләүселәрҙән кемеһенән генә һорашма, ауырыуҙың билдәләрен тап ошолай итеп һүрәтләп бирә. Өҫтәүенә, сир өйгә килеп инһә, барыһы ла ауырып бөтмәйенсә сығып та китмәй. Тимәк, ул – йоғошло ауырыу.
Сир йоҡһа, нимә эшләргә?
Ауырыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк дауалай башларға кәрәк. Тәүге көнөнән үк дауалау курсын башлау яҡшы һөҙөмтә бирә.
Иң беренсе сиратта вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланырға кәрәк булыр. Хәҙер уларҙың иҫәбе-һаны юҡ (кагоцел, арбидол, ингаверин, анвимакс һ.б.), иң яҡшыһы – табип менән кәңәшләшеп эш итеү. Әлбиттә, киҙеү менән сирләгән кешегә тымауға ҡаршы, тамаҡ ауыртыуын баҫыусы, температураны төшөрөүсе дарыуҙарҙы ла ҡулланырға тура килә. Йүтәлдән, мәҫәлән, уны йомшартырға һәм ҡаҡырыҡты сығарырға булышлыҡ итеүсе препараттар эсергә кәрәк. Әйткәндәй, табиптар тән температураһын 38 – 39-ға күтәрелгәс кенә төшөрөргә кәңәш итә, сөнки ул организмдың ауырыуға көрәшеү билдәһе.
Шулай уҡ күберәк сәй, һут, морс эсергә ҡушыла. Бигерәк тә бал һәм ҡурай еләге ҡушып, лимонлы сәй эсеү файҙалы. Шулай уҡ дарыу үләндәре тураһында ла оноторға ярамай. Мәтрүшкә, кейәү үләне, йүкә сәскәһенә ҡайнар һыу ҡойоп, йылы килеш эсергә. Йүтәлдән һөт ҡайнатып эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Температура булмағанда, күкрәкте, арҡаны майларға, йылытырға мөмкин. Тамаҡ ауыртҡанда иһә компресс ябырға йәки горчичник ҡуйырға була.
Шулай уҡ мотлаҡ ятып торорға кәрәк. Сирҙе аяғөҫтө үткәреү өҙөклөккә килтереүе ихтимал. Шуларҙың иң ҡурҡынысы – пневмония. Был сирҙең ҡатмарлы формаһы кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн айырыуса хәүефле.
Ғөмүмән, иң дөрөҫө – ауырый башлағас та табипҡа мөрәжәғәт итеү. Ул һеҙҙең хәлегеҙҙе баһалап, иң дөрөҫ дауалау ысулын билдәләр. Сөнки ҡайһы бер осраҡта, сир оҙаҡҡа һуҙылһа, улар антибиотиктар менән дә дауалау тәғәйенләй. Белеүебеҙсә, үҙ белдегебеҙ менән генә беҙ уны ҡуллана алмайбыҙ.
Тағы ла…
-Өйҙә генә тороғоҙ, эшкә, уҡыуға, башҡа йәмәғәт урынына сығырға тырышмағыҙ.
-Ҡулығыҙҙы һәр саҡ яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.
-Бүлмәгеҙҙе көнөнә бер тапҡыр булһа ла елләтеп алығыҙ. Шулай уҡ белгестәр туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп, өйҙө йыйыштырып торорға кәңәш итә.
Яҡындарығыҙҙы ауырытмаҫ өсөн уларҙан алыҫыраҡ йөрөргә тырышығыҙ. Ауырыу сирләй башлағандың тәүге көндәрендә айырыуса зарарлы. Һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә ул бик күп вирус өлөшсәһе бүлеп сығара. Шунлыҡтан уның менән бәйләнештә булған кеше үҙе һаҡланыу сараларын күрергә тейеш. Бының өсөн вирусҡа ҡаршы препарат ҡулланырға мөмкин. Улар сәләмәтлек өсөн хәүефле түгел, шунлыҡтан киҙеү эпидемияһы осоронда ололарға ла, балаларға ла ҡулланырға мөмкин.