«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тупаҫлыҡҡа бармы ауыҙлыҡ?



31.01.2019 Тупаҫлыҡҡа бармы ауыҙлыҡ?

Әлбиттә, бар! Тупаҫтарҙы ҡаршы өндәшмәй еңергә була. Бөгөн тап ошо хаҡта һөйләшәбеҙ

...Магазинда сиратҡа баҫтыҡ. Иң алда торған әбей оҙаҡ итеп турама һайланы: “Ошоно алайыммы икән? Ҡайҙа, тегенеһен дә күрһәтәһегеҙме әллә?! Ә быныһы ла яңы ғына туралғанмы?” Һайлап-һайлап, нимәгәлер шикләнеп: “Эй, ярай, алмайым”, – тип китә башланы. Былай ҙа ризаһыҙ ғына ҡиәфәттә турамаларҙы күрһәткән һатыусы ҡатын шартланы ла ҡуйҙы: “Нимәгә улай булғас, кешене бимазалап, оҙаҡ һайландың һуң, хәйерсе ҡортҡа?!” Уның шартлауы еленәнме, шаңҡылдатып һауытты һыуытҡыс-витринаға ҡуйыуы­нанмы, әбекәй хатта артҡа янтайып китте. Әммә сынығыу мәктәбен үткән сыҙам кеше икән үҙе лә, яуапһыҙ ҡалманы, яһалма тешен шаҡылдатып: “Шундайҙан ишетәм”, – тине лә ваҡ-ваҡ атлап сығып китте. Тупаҫ һатыусы ҡулынан аҙыҡ-түлек алғы килмәй, кәйефебеҙ төшөп, магазиндан сыҡтыҡ. Сыҡһаҡ, теге әбекәй бина янындағы эскәмйә артына саҡ тотоноп тора. Йөҙө ап-аҡ. Янына йүгереп барып, әллә “Тиҙ ярҙам” саҡырайыҡмы, тигәс:
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, хәҙер ултырып ҡына тын алам да... – тине өҙөк-һурыҡ, – баш шаулап, зыр әйләнде лә ҡуйҙы... Ҡан баҫымым күтәрелде шикелле.

Эскәмйәгә ултырғас, уфтанып, һүҙен дауам итте:
– Бынау магазинда эт кеүек өрөп сығарҙылар... Турамаларҙы арзан тип, алырға уйлағайным, ә унда 100 грамм өсөн хаҡтар күрһәтелгән икән. Шунда уҡ китеп барырға кәрәк булған да, юҡ, торҙом бит, аптырап.
Әбейҙе йыуатып, күңелен күреп, хәле арыуланғас, оҙатып ҡуйҙыҡ. Был хәлде онотоғоҙ, башығыҙҙа ҡат-ҡат әйлән­дермәгеҙ, һеҙҙең бер ғәйебегеҙ ҙә юҡ, тиһәк тә, оло кеше әлеге ваҡиғаны оҙаҡ онота алмаҫ, ахыры. Сөнки ул, күҙҙәренә йәш алып, ауыр һүҙҙәр йөрәгемә таш булып ятты, тип ныҡ көйәләнде.

Әгәр ҙә һеҙ ҙә ошондай хәл-ваҡиғаға, йәғни тупаҫлыҡҡа тарыһағыҙ, ағыулы уҡтар тәғәйен һеҙгә ҡарата атылғандай күренһә лә, өндәшмәүҙе хуп күрегеҙ. Сөнки тупаҫтарҙы ирешеп-талашып ҡына еңеп булмай. Тәрбиәһеҙ кешенең кимәленә төшмәгеҙ. Ирешеү, һүгенеү, талашыу – уның уйын яланы, ул унда үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек тоясаҡ. Тупаҫ һүҙҙәр баталияһында ул – һөнәрсе – мотлаҡ еңәсәк. Еңеүсе булып түшен кирәсәк. Ә тәрбиәле, тәртипле кеше өсөн был алыш – оло стресс: ирешкәндән һуң тыныслана алмай, эстән генә бер туҡтауһыҙ хәлде тергеҙеп, кире тойғолар солғанышында йәшәргә мәжбүр буласаҡ.

Ғөмүмән, тупаҫлыҡты һис ҡасан үҙ иҫәбегеҙгә алмағыҙ. Яуыз һүҙҙәр шәхсән һеҙгә ҡарата түгел, ә күпселектә шарттарға ҡарата йүнәлтелгән була бит ул. Әйтәйек, магазинда әбекәй урынында йә ир кеше, йә үҫмер, йә йәш ҡатындың да булыуы ихтимал ине, сөнки һатыусының талағы ташып тороуы йөҙөнә сыҡҡайны.

Әйткәндәй, изгелек, мөләйемлек менән дә ундай тупаҫ кешеләрҙе еңеп булмай. Күрмәмешкә, ишетмәмешкә һалышыу – иң ҡулайы! Тупаҫ кешенең алама һүҙҙәрен аяҡ аҫтындағы ташҡа һөрөнөү тип кенә ҡабул итегеҙ. Яңылыш һөрөнгән ташты һеҙ бер нисә көн буйына иҫтән сығармай әрләп йөрөмәҫһегеҙҙер бит? Икенсе юлы ул ташты урап үткән кеүек, тупаҫ кешене лә урап үтегеҙ һәм артабан, бер ни булмағандай, үҙ тормошоғоҙ менән йәшәгеҙ. Тыныс күңел менән. Сөнки эстән көсөргәнеш һаҡлап, ҡыл кеүек тартылған, иреш-талашҡа әҙер йөрөгән кешеләр йышыраҡ конфликтҡа эләгә. Әйтерһең дә, улар үҙҙәренә тупаҫлыҡты магнит кеүек тарта. Ә йылмайып йөрөгән, изгелекле, асыҡ йөҙлө кешеләргә тупаҫтар ҙа ауыр һүҙ әйтергә ҡыйынһына.

Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: ҡайһы саҡта тупаҫлыҡ артында ғәҙел тәнҡиттең дә йәшеренеүе мөмкин. Мәҫәлән, төнгө сәғәт ун икелә күршеләрегеҙ, күпме музыканы аҡыртып, шауларға мөмкин, тип ишек дөбөрләтһә, һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙырға, ҡаршы ирешергә ярамай. Сөнки улар, тупаҫ рәүештә булһа ла, һеҙҙе ғәҙел иҫкәртә – киске сәғәт ун берҙән һуң шаулау, күршеләргә ял итергә ҡамасаулау тыйыла бит. Тик, ғәфү итегеҙ, хәҙер музыканы һүндерәбеҙ, тип әйтеп, шунда уҡ хушлашырға кәрәк.

Урамда ғына түгел, өйҙә лә ҡайһы ваҡыт күңелде селпәрәмә килтерәләр. Яҡын кешеләребеҙ беҙҙең иң ауыртҡан ерҙе яҡшы белә, шуға ла сәпкә улар һәр саҡ тура ата. Был осраҡта ла тупаҫлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай. Әлбиттә, төрлө хәл булыуы мөмкин: бәлки, хәләлегеҙ эштән ярһып ҡайтып, асыуын яңылыштан һеҙгә төшөргәндер; бәлки, уның былай ҙа бик ауыр эш көнө булғандыр, ә һеҙ, етмәһә, өйҙә утҡа май өҫтәп һипкәнһегеҙҙер... Сәбәбе аңлашылһа ла, был тупаҫлыҡты аҡламай. Шуға ла яҡындарығыҙға тупаҫлыҡты артабан түҙергә, рәнйетелеп йәшәргә теләмәүегеҙҙе әйтегеҙ.

Әгәр ҙә үҙегеҙ, насар кәйефтә булыу сәбәпле, ҡабынып ҡына китергә торһағыҙ, туҡтағыҙ, ауыҙығыҙҙан ысҡынырға әҙер алама һүҙҙәрҙе йотоп тороғоҙ! Ты­нысланғас, ул насар һүҙҙәрҙе яҡшылап та, бер кемдең дә күңелен ҡыймай ғына, әйтеп була. Шул турала онотмағыҙ.

Кемдәр йышыраҡ тупаҫ ҡылана? Был һорауға социологтар “ғәҙәттә, ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр”, “йәштәр”, “юғары эш хаҡы алыусылар” һәм “ҡулында власть булған кешеләр” тигән яуаптар алған. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Килешәһегеҙме был яуаптар менән?


Аҡыллыға – ишара...
Инглиз табиптарының тикшеренеүҙәре кескәй генә талаштың да инсультҡа килтереү ихтималлығын асыҡлаған. Ә Америка табиптарының ғилми тикшеренеүҙәре стрестың (ә тупаҫ кеше менән һүҙгә килешеү һәр ваҡыт стресс) иммунитеттың ҡаҡшауына булышлыҡ итеүен күрһәткән. Бөтә сир ҙә нервыларҙан, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Хәйер, тупаҫ кешеләр үҙҙәре лә тупаҫлыҡтарынан зыян күрә: нервы көсөргәнешенән йөрәк, тын алыу, аш һеңдереү системалары көйһөҙләнә, матдәләр алмашыныуы боҙола. Был иһә организмды ваҡытынан алда туҙҙыра, кешене иртә ҡартайта.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға