26.01.2019 Бөгөн ҡан баҫымығыҙҙы үлсәнегеҙме?
Йәй көнө дауаханала терапевтарға сират кәмей. Йәштәр, әбей-бабайҙар әлеге ваҡытта баҡсала, көҙ етһен, килеп туласаҡтар, тип шаярта. Көҙгөһөн, әйткәндәй, баҡса эштәрен теүәлләп, малды ҡураға бикләп, оло йәштәгеләр, йә биленә, йә аяҡ-ҡул һыҙлауына йәки баш ауыртыуына зарланып, дауаханаларға юллана. Ҡыш етеү менән иһә өлкәндәрҙе ҡан баҫымы кинәт артып ҡурҡыта, ҡолаҡтары шаулай, баштары сатнай, йөрәктәре бимазалай... Бының сәбәбе – һыуыҡта. Эйе, яңылыш ишетмәнегеҙ, ғалимдар асыҡлауынса, һалҡын көндәр артериаль баҫымдың артыуына булышлыҡ итеп, гипертоник криз, инфаркт, аритмия (йөрәк ритмының боҙолоуы), инсультҡа килтерә. Сөнки һыуыҡ көндә йөрәк тән температураһын тейешле кимәлдә тотоу һәм организм өшөмәһен өсөн икеләтә көс менән эшләргә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта, йылылыҡты һаҡлау маҡсатында, өҫкө ҡан тамырҙары тарая. Был ҡан баҫымын тағы ла күтәрә, йөрәккә көсөргәнеш тә арта. Етмәһә, ҡышын аҙ хәрәкәт итеү ҙә организмға кире йоғонто яһай. Дөрөҫө шул бит – өйҙән сыҡмайбыҙ, саф һауала йөрөмәйбеҙ тиерлек. Ошоларға туҡланыуҙың да үҙгәреүен өҫтәһәк, ҡан баҫымының күтәрелеүенә аптырарға урын да ҡалмай: калий һәм магнийға бай йәшелсә-емеш рационда кәмей, уларҙы майлы, туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек алмаштыра – ҡанда холестериндың, башҡа липидтарҙың артыуы ҡан тамырҙарының атеросклерозына килтерә. Ошондай туҡланыу, аҙ хәрәкәт итеү менән бергә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән яфаланыусыларҙың хәлен айырата ҡаҡшатып, сәләмәт кешеләрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуйыуы бар.