«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Мейе уйлауҙан туҡтамаһын



25.01.2019 Мейе уйлауҙан туҡтамаһын

Йәш барыу менән оло кешеләрҙең мейе эшмәкәрлеге боҙола. Шуның өсөн уларға туҡтауһыҙ хәрәкәттә булырға, күҙәнәктәре ҡартайып, уйлауҙы “онота барған” башын эшкә егергә кәрәк.

- Көнөнә ун минут аралашыу ҙа аҡыл һәләтен үҫтерә. Бының өсөн телефондан һөйләшеү ҙә етә.

- Шәкәрҙе күп ҡулланырға ярамай. Татлы ризыҡ баш мейеһендәге нейрон барлыҡҡа килеү өсөн яуап бирә торған нейротрофик факторға тиҫкәре йоғонто яһай.

- Көн дә китап, гәзит-журнал уҡыу, кроссворд сисеү, ижади эш менән булышыу, сигеү, бәйләү мейене яҡшы эшләтә.

- Иртәнге ашты ашарға тырышығыҙ. Ас булғанда ҡанда глюкоза кәмей, ул баш мейеһе эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай.

- Зарарлы ризыҡтар мейе күҙәнәктәренә зыянлы.

- Кеҫә телефонын йоҡлаған урынға яҡын ҡуйырға ярамай.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға