«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты



23.01.2019 Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

- Һыу, сәй, ҡәһүә, какао, һурпа, һөт, дөгө, бешерелгән йылға балығы – 1 – 2 сәғәт.
- Йомортҡа, омлет, диңгеҙ балығы, һыуҙа бешерелгән картуф, икмәк – 2 – 3 сәғәт.
- Тауыҡ һәм һыйыр ите, арыш икмәге, алма, кишер, редис, шпинат, ҡыяр, ҡыҙҙырылған картуф, ветчина – 3 – 4 сәғәт.
- Борсаҡ, фасоль, сельдь, ҡыҙҙырылған ит – 4 – 5 сәғәт.
- Бәшмәк, шпик – 5 – 6 сәғәт.

Ошонан сығып, ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөткәнсе ашамаҫҡа өйрәнһәгеҙ, ябығыу ғына түгел, ашҡаҙан-эсәк трактының сәләмәтлеген дә һаҡлап ҡала аласаҡһығыҙ. Әкренләп ашҡаҙан бәләкәсәйә һәм артыҡ ашау ғәҙәте лә юҡҡа сыға. Шулай уҡ йоҡлар алдынан 3 – 4 сәғәт алда ашарға тырышмағыҙ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға